Әһлетдинов Фәйзулла Хажи улы

Фәйзулла Хәзи улы Әһлетдинов (рус. Файзулла Хазиевич Аглетдинов; 1915 йылдың 2 [15] марты, Бүләк (Аҙнаҡай районы), Бөгөлмә өйәҙе, Һамар губернаһы1988 йылдың 29 октябре, Туймазы, Башҡорт АССР-ы) — 1938 йылда Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

1915 йылдың (иҫке стиль буйынса — 2 мартында) 15 мартында Рәсәй империяһының Һамар губернаһы Бөгөлмә кантоны Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл ауылында (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы Бүләк ауылы); башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе (Татарстан Республикаһының Мөслим районы) Бүләк ауылында тыуған[1].

Бала сағы күрше Сарлы ауылында үтә, урта мәктәпте тамамлай һәм комсомолға инә.

1936—1938 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында хәрби хеҙмәтен үтәй. 1938 йылда Хәсән күле янында япон милитаристары менән алыштарҙа ҡатнаша. Хеҙмәттән ҡайтҡас, педагогия училищеһын тамамлай. «Ыҡ» колхозында эшләй. Күрше Урманай ауылы ҡыҙы Хәжәр Ғайсинаға өйләнә. 1939 йылда Әһлетдиновтар Үзбәкстанға китә.

1939—1941 йылдарҙа Үзбәкстандың Маргелан ҡалаһында — уҡытыусы, 1941—1942 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Туймазы районының Түбәнге Троицк буҫтау фабрикаһында бригадир булып эшләй.

1942 йылда Туймазы район хәрби комиссариаты тарафынан Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла. Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында дошмандарға ҡаршы һуғыша[2].

1943 йылдың сентябрендә Киевтан көньяҡтараҡ Днепр йылғаһының уң ярында батырлыҡ күрһәтә. 21 сентябрҙән 22 сентябргә ҡараған төндә командованиеның дошман плацдармын баҫып алыу һәм разведка яһау буйынса ҡуйылған заданиеһын үтәй. Көслө ут аҫтында ул уҡсылар төркөмө менән беренсе булып уң яҡ ярға сыға һәм дошмандың һан яғынан өҫтөнлөклө көстәренә ҡаршы беренсе булып һөжүмгә ташлана. Гранаталар ташлап станок пулеметты расчетын, 18 немец һалдатын һәм 3 офицерын юҡ итә. Һөҙөмтәлә дошман траншеянан ҡыуып сығарыла. Иртәнге сәғәттәрҙә дошман өс тапҡыр контратака яһай, әммә ҙур юғалтыуҙар менән кире ҡағыла. Әһлетдинов ҡул һуғышында 12 гитлерсыны юҡ итә. Төп көстәр килгәнгә тиклем подразделениеһы менән яраланған килеш етәкселек итә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән Фәйзулла Хәзи улы Әһлетдиновҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1998) һәм Ленин ордены тапшырыла[2].

1944 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы[2].

Госпиталдә дауаланғандан һуң, 1944 йылдың октябрендә демобилизациялана. Өлкә партия мәктәбен тамамлай. КПСС-тың Туймазы район комитеты инструкторы, Туймазы ҡала янғын һағы начальнигының сәйәси бүлек буйынса урынбаҫары була, Туймазы районының көнкүреш хеҙмәтләндереү системаһында эшләй.

1988 йылдың 29 октябрендә Туймазы ҡалаһында вафат була[1], ҡала зыяратында ерләнә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Ф. Әһлетдиновтың исеме Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Түбәнге Троицк урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелә[3];
  • Баҡалы районының Баҡалы ауылы урамына Герой исеме бирелгән;[1]
  • Туймазы ҡалаһындағы Геройҙар аллеяһында Ф. Әһлетдиновҡа һәйкәл ҡуйылған (2005)[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 И.Ғ.Кәримова. Әһлетдинов Фәйзулла Хажи улы (башҡ.). Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (6 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Аглетдинов Файзулла Хазиевич. Международный патриотический интернет-портал «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
  3. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә