Саҡат

Саҡат (рус. Сакатово) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Ҡамышлытамаҡ ауыл Советы биләмәһе составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 204 кеше[2]. Почта индексы — 452661, ОКАТО коды — 80207825002.

Географик урыны

Саҡат ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Саҡат йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 23 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Саҡат ауылына Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән типтәрҙәр нигеҙ һалған. Саҡат ауылы тураһында мәғлүмәт 1786 йылдан билдәле.

1865 йылда 47 хужалыҡта 288 кеше йәшәгән.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

1906 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[3].

Халыҡ һаны

Саҡат ауылында башҡорттар (57 %), татарҙар (40 %) йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 520
1920 йыл 26 август 634
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 646
1959 йыл 15 ғинуар 518
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 308
2002 йыл 9 октябрь 258
2010 йыл 14 октябрь 204 91 113 44,6 55,4

Бөгөнгө ауыл

Әлеге көндә Саҡат ауылында мәсет бар[3][4].

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Парк урамы (рус.  Парковая (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)[5]

.

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

  • Сөн
  • Саҡат йылғаһы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар: Ҡамышлытамаҡ ауыл Советы биләмәһендә Ҡамышлытамаҡ боронғо ҡәберлеге табылған[6].

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Тема буйынса өҫтәмә