Килкабыҙ

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Килкабыҙ
Килкабыҙ
55°09′02″ с. ш. 53°59′22″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Баҡалы районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452654
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 207 849 010
ОКТМО коды 80 607 449 111
ГКГН номеры 0522261
Показать/скрыть карты
Килкабыҙ (Рәсәй)
Килкабыҙ
Килкабыҙ (Башҡортостан Республикаһы)
Килкабыҙ

Килкабыҙ (рус. Килькабызово) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Килкабыҙ ауылы Иҫке Ҡорос ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 358 кеше[2]. Почта индексы — 452654, ОКАТО коды — 80207849010.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Баҡалы): 1523 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 90 км

Килкабыҙ ауылы Сөн бассейнына ҡараған Бөгә йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан 15 километр көнсығышҡа һәм Туймазы тимер юлы станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа 90 километрҙа урынлашҡан[3].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың 1-се яртыһында Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә Килкабыҙ ауылына нигеҙ һалған.

Ауыл шулай уҡ Килкә Абыз, Тойҡа Абыз (1704—1711 йылдарҙағы ихтилалда ҡатнашҡан Тойҡа абыҙ исеме менән) исемдәре менән аталған.

Керҙәшлек килешеүе менән, Килкабыҙ ауылына яһаҡлы татарҙар (1762 йылда 42 ир-ат йәне теркәлгән) килеп ултырған. Артабан улар типтәрҙәр ҡатламына күскән.

1865 йылда 142 хужалыҡта 751 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, күн заводы булған.

1906 йылда 2 мәсет, мәҙрәсә, тимерлек, һыу тирмәне, 4 бакалея кибете булған[3][4][5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1906 1197
1920 йыл 26 август 1317
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 941
1959 йыл 15 ғинуар 697
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 436
2002 йыл 9 октябрь 441
2010 йыл 14 октябрь 358 173 185 48,3 51,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөгөнгө ауыл[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Килкабыҙ ауылында төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[3].

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Туғай урамы (рус.  Луговая (улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Парк урамы — (рус.  Парковая (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Совет урамы — (рус.  Советская (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)
  • Шоссе урамы — (рус.  Шоссейная (улица)[6]

.

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары

Тауҙар: Йылғалар, күлдәр:

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]