Йыһаншин Азат Салауат улы
Азат Салауат улы Йыһаншин (рус. Азат Салаватович Зиганшин; 1973 йылдың 3 сентябре, Иманғол, Башҡорт АССР-ы) — ветеринария табибы, ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2017 йылдан Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы — Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы, 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Биографияһы
1973 йылдың 3 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Иманғол ауылында тыуған[1].
Юғары белемле: 1995 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын «ветеринария» һөнәре буйынса тамамлаған[2].
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1990 йылда үҙ ауылындағы «Коммунар» колхозында башлай[1]. Ошо уҡ йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтының (1993 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты) ветеринария факультетынауҡырға инә[2].
Юғари һөнәри белем алғас, 1995 йылдан тыуған ауылындағы «Коммунар» ауыл хужалығы кооперативында (рус.)баш. ветеринар табип һәм баш ветеринар табип булып эшләй[1].
2000 йылдан — Учалы ҡалаһы ветеринария станцияһының ветеринар табибы[3].
2004 йылдан — Учалы районының «Ирәмәл» ат-спорт комплексы (рус.)баш. директоры[1].
2004 йылдан — Учалы районы муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы, идаралыҡ начальнигы урынбаҫары[3].
2006 йылдан — Учалы районы муниципаль районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы урынбаҫары[2]
2007 йылдан — Учалы районы муниципаль районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы бүлеге начальнигы[1].
2009 йылдан — Учалы районы муниципаль районы хакимиәте башлығы[1].
2010 йылдан — Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры (рус.)баш., ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары[3].
2017 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария идаралығы начальнигы — Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт ветеринария инспекторы[4].
2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Зиганшин Азат Салаватович. Государственный комитет Республики Башкортостан по ветеринарии. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Зиганшин Азат Салаватович – биография. Сетевое издание «Информационно аналитический портал «Viperson» (3 сентябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Начальником Управления ветеринарии Республики Башкортостан назначен Азат Зиганшин. Правительство Республики Башкортостан. Официальный сайт (28 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
- ↑ Зиганшин Азат Салаватович. Уфимский бизнес портал ГлобалУфа.pУ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
- ↑ Указ Главы Республики Башкортостан от 14 июня 2023 года №УГ-470 «О председателе Государственного комитета Республики Башкортостан по ветеринарии». Официальный Интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан (14 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
- ↑ Эльза Хакимова. Работники ветслужбы Башкирии удостоены высших государственных наград. Сайт «Сельские узоры» (3 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
- ↑ Радий Хабиров наградил медалью «За трудовую доблесть» начальника Управления ветеринарии РБ Азата Зиганшина. Сайт Дзен (4 сентябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 сентябрь 2025.
Һылтанмалар
- Начальником Управления ветеринарии Республики Башкортостан назначен Азат Зиганшин (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2025)
- Зиганшин Азат Салаватович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2025)
- Зиганшин Азат Салаватович – биография (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2025)
- Зиганшин Азат Салаватович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 4 сентябрь 2025)