Сыуаш Республикаһы көнө
Сыуаш Республикаһы көнө (cыу. Чăваш Республикин кунĕ) — Сыуаш Республикаһының төп дәүләт байрамы. 1995 йылдан 24 июндә билдәләнә. Был байрам алдынан бөтә ерҙә сыуаш халыҡ ер һәм һуҡа байрамы Аҡатуй үткәрелә.
Тарихы
1920 йылда ойошторолған Сыуаш автономиялы өлкәһенең 75 йыллығы уңайынан рәсми рәүештә байрам беренсе тапҡыр 1995 йылда билдәләнә. 2000 йылдың 4 майында Сыуаш Республикаһы Президенты Николай Федоров, сыуаш дәүләтселеген үҫтереүҙең тарихи әһәмиәтен танып, байрамға дәүләт статусы биреү тураһында Законды раҫлай.
Тантанлы билдәләү
Республика көнөндә Сыуашстан ҡалаларында һәм ауылдарында төрлө мәҙәни ял, күмәк күңел асыу саралары ойошторола. Байрамға Рәсәй төбәктәренән делегациялар, сит ил ҡунаҡтары килә. Был көндө оло сараларҙан «Рәсәй шишмәләре» фестивале (элекке «Волга буйы шишмәләре»), төбәк—ара күргәҙмә үткәрелә. Төп тантаналар Чебоксарҙың Ҡыҙыл майҙанында (элекке Республика майҙаны) һәм Чебоксар ҡултығының яр буйында үтә. Байрам фейерверк һәм салют менән тамамлана.
Галерея
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- Республика көнө
- 24 июнь — Сыуашстан Республикаһы көнө
- Сыуашстан республикаһының дәүләтселек Көнө
- 24 июнь — Сыуашстан Республикаһы көнө
- 24 июнь — Сыуашстан Республикаһы көнө
- Республика көнө Сыуашстан Республикаһы Президенты хакимиәте порталында
- Сыуашстан республика көнөн билдәләй — Рәсәй Яңылыҡтары — ИА REGNUM
- Чебоксарҙа «Рәсәй Шишмәләре» фестивале асылды: марштан фоторепортаж
- Михаил Игнатьев Элтепĕр Республика кунябрь ячĕпе саламлани (сыуаш.)