Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы

Ғата Арыҫлан улы Арыҫланов (рус. Арсланов Гата Арсланович; 1914 йылдың 24 июне, Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы, Өфө губернаһы2001 йылдың 2 декабре, Өфө) — совет театр актёры, эстрада артисы. 1949—1983 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956).

Биографияһы

1914 йылдың 24 июнендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе[1] Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған[2].

1932—1934 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт студияһында уҡый.

Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1938 йылғы Хәсән күле буйында совет-япон ҡораллы бәрелештәрендә ҡатнаша[3].

1940 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң (Б.Ғ.Имашев һәм Ғ.С.Саттаров курсы) Яңауыл колхоз-совхоз театрында актёр булып эшләй[2].

1941 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһының һөйләү жанры артисы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында йыш ҡына госпиталдәрҙә сығыш яһай[3].

1949—1983 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Бер үк ваҡытта Өфө ҡалаһындағы балалар йорттарының береһендә театр түңәрәген етәкләй[3]. Башҡорт профессиональ эстрадаһы үҫешенә үҙ өлөшөн индерә[2].

2001 йылдың 2 декабрендә вафат була[2] һәм Өфө ҡалаһында ерләнә[3].

Төп ролдәре

  • Хәлил («Ғәлиәбаныу», М. М. Фәйзуллин),
  • Ғәлимйән («Башмағым», Х. К. Ибраһимов),
  • Ғиззәт («Еҙнәкәй», Х. К. Ибраһимов),
  • Закир (Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Ғ. Әмири һәм В. Ғ. Ғәлимовтың шул уҡ исемле спектакле),
  • Ғәҙел («Бажалар», И. Ә. Абдуллин),
  • Зөфәр («Минең йырым», И. Ә. Абдуллин),
  • Гәрәй («Яңғыҙ ҡайын», М. С. Кәримов),
  • Мәжит Ғафури («Мәжит Ғафури», С. Ф. Ҡудашев).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956)
  • Мәжит Ғафури фондының Мәжит Ғафури исемендәге халыҡ-ара йәмәғәт премияһы (2006, үлгәндән һуң).

Ғаиләһе