Саттаров Ғәлләм Саттар улы
Ғәлләм Саттар улы Саттаров (рус. Галлям Саттарович Саттаров; 1894 йылдың 27 июле, Юрташ[d], Минзәлә өйәҙе, Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы — 1986 йылдың 16 ноябре, Ленинград[d], СССР) — совет театр актёры, режиссёр, педагог. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1943). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955). СССР‑ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1938). Башҡортостандың профессиональ театр сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларының береһе[1].
Биографияһы
1894 йылдың 27 июлендә Ҡазан губернаһы Минзәлә өйәҙенең (хәҙер Татарстан Республикаһының Юғары Ослан районы) Юрташ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[2].
1903—1906 йылдарҙа ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Бала саҡтан ярлылыҡтың ауырлығын татып үҫә[3].
1913 йылдан үҙешмәкәр театр труппалары спектаклдәрендә ҡатнаша. 1917—1920 йылдарҙа «Фажиғә вә мөсәккин ислямия» («Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы») труппаһында, Өфө дәүләт татар-башҡорт үрнәк театрында, Мәскәү һәм Петроград театрҙарында уйнай.
1927 йылда Мәскәүҙә Үҙәк театр сәнғәте техникумын тамамлай. Юғары махсус театр белеме алған тәүге актёрҙарҙың береһе.
1929—1963 йылдарҙа Башҡорт драма театры актёры, 1930—1932 йылдарҙа театр директоры булып эшләй. 1929—1953 йылдарҙа Башҡорт театр-художество училищеһында актёр оҫталығы һәм сәхнә телмәренән уҡыта. 1952 йылда Бөтә Рәсәй театр йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе итеп һайлана.
1986 йылдың 16 ноябрендә Ленинградта вафат була[1].
Ижади эшмәкәрлеге
Актёр репертуарында 500‑гә яҡын роль була. Ул үҙенсәлекле образдар ижад иткән. Иң билдәле ролдәре: Ляпкин‑Тяпкин («Ревизор»), Жевакин («Женитьба»), Гаврило («Бесприданница»), Дудукин («Без вины виноватые»), Әлекәй («Һаҡмар»).
Эстрадала ла әүҙем сығыш яһаған, бик күп концерттарҙың алып барыусыһы була. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтта госпиталдәрҙә, яралылар алдында сығыш яһай[3].
Ғ. А. Арыҫланов, З. Ш. Арыҫланова, Ф. Ғ. Ғәләүетдинов, Р. М. Ихсанов — уның уҡыусылары[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1943);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1955)[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 С. С. Саитов. Саттаров Ғәлләм Саттар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Галлям Саттаров — основоположник национального театрального искусства. Башинформ (27 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
- ↑ 1 2 Актер, режиссёр и педагог. resbash.ru (27 июль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июль 2026.
Һылтанмалар
- С. С. Саитов. Саттаров Ғәлләм Саттар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.