Саттаров

Саттаров — фамилия. Саттар исеменән барлыҡҡа килгән. Ҡатын-ҡыҙҙы белдәргәндә Саттарова варианты ҡулланыла.

  • Саттаров Фәүзи Миңлемулла улы (1923—1996) — совет балет артисы, балетмейстер. Башҡортостан балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1952).
  • Саттаров Миңлебай Зәйнетдин улы (1929—2015) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971), СССР‑ҙың Граждандар оборонаһы отличнигы (1982), СССР‑ҙың санитария оборонаһы отличнигы (1983).
  • Саттаров Ғәлләм Саттар улы (1894—1986) — совет театр актёры, режиссёр, педагог. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1943). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
  • Саттаров Хәбиәхмәт Саттар улы (1906— ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовойы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.

____

  • Саттарова Эльза Абдулхаҡ ҡыҙы (1958) — журналистика ветераны, 2007—2017 йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районының «Кармаскалинская новь» гәзите мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2012).