Саттаров Фәүзи Миңлемулла улы

Фәүзи Миңлемулла улы Саттаров (рус. Фаузи Миннимуллович Саттаров; 1923 йылдың 5 авгусы, Өфө, Өфө кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР1996 йылдың 28 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет балет артисы, балетмейстер. Башҡортостан балет сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1955). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1952)[1][2].

Биографияһы

1923 йылдың 5 авгусында Өфөлә тыуған. 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын (педагогы — А. И. Пушкин) тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында үҙ теләге менән фронтҡа китә. Камышин хәрби пехота училищеһын тамамлай, взвод менән командалыҡ итә. 1943 йылда, Башҡорт Автономиялы Республикаһының 25 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек ваҡытында, Өфөгә саҡыртып ҡайталыра[3].

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә соло артисы булып сығыш яһай. 1950—1964 йылдарҙа театрҙың балет студияһында уҡытыусы, 1967—1976 йылдарҙа театрҙың баш балетмейстеры булып эшләй.

1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша.

1981—1988 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балетмейстер-ҡуйыусыһы. Артист сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, стиль тойомлауына, дуэт бейеүе оҫталығына эйә була[4].

Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнованың даими партнёры була.

1950 йылдар аҙағында Г. Сөләймәнова менән Ф. Саттаров сит илдәрҙә күп сығыш яһай (18 ил), шул иҫәптән КХДР (1955), Финляндия (1956), Шотландия (1958), Франция (1959), Кубала (1964) була[5]. Унда улар "Сыңрау торна"нан адажио һәм башҡа балет номерҙарын башҡара.

Ғүмеренең аҙаҡҡы көнөнә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына хеҙмәт итә (1996). 1996 йылдың 28 июлендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Спектаклдәрҙәге партиялары

Фәүзи Саттаров түбәндәге партияларҙы башҡара:

  • Вацлав — «Баҡсаһарай фонтаны» (Б. В. Асафьев, дебют; 1945);
  • Зигфрид — «Аҡҡош күле» (П. И. Чайковский);
  • Альберт — «Жизель» (А. Адан);
  • Ромео — «Ромео һәм Джульетта» (С. С. Прокофьев);
  • Йомағол — «Сыңрау торна»;
  • Фрондосо — «Лауренсия» (А. А. Крейн);
  • Ленни — «Йәшен һуҡмағы» (К. А. Караев);
  • Салауат — «Тау бөркөтө»;
  • Тимерғол — «Тау хикәйәте» (А. С. Ключарёв);
  • Закир — «Ҡара йөҙҙәр» (Х. Ш. Заимов һәм А. Г. Чугаев).

Ҡуйған сәхнә әҫәрҙәре

Балетмейстер булараҡ, Саттаров түбәндәге балеттарҙы ҡуя:

  • «Баҡсаһарай фонтаны» (Б. В. Асафьев, 1945, 1970);
  • «Зөһрә» (Н. Г. Жиганов, Ф. А. Ғәскәров менән берлектә, 1946);
  • «Шүрәле» (Ф. З. Яруллин, 1969);
  • «Элегия» хореографик миниатюраһы (С. В. Рахманинов музыкаһына, С. В. Дречин менән берлектә);
  • Операларҙа, музыкаль комедияларҙа, оперетталарҙа бейеүҙәр.

Ғаиләһе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Р. Н. Хабирова. Саттаров Фәүзи Миңлемулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Саттаров Фаузи Миннимуллович. Салауат Юлаев: энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
  3. Нина Жиленко. Күренеклеләр төркөмөнән, йәки Фәүзи Саттаровтың ижад быуаты. vechufa.ru (8 август 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
  4. Саттаров Фаузи Миннимуллович. Башҡортостандың мәҙәни донъяһы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
  5. Фаузи Саттаров. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
  6. Саттаров Ф. М. һәм Сөләймәнова Г. Ғ. ғаиләһе. guides.rusarchives.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.

Әҙәбиәт

  • Саитов С. Танец ликующий. Уфа,1968;
  • Жиленко Н. О чём этих линий полёт, неужто он тоже не вечен? //Гран па башкирского балета. Уфа, 2007.