Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы
Биографияһы
Фәтхелислам Ғәйнислам улы Ғәләүетдинов 1920 йылдың 1 ғинуарында Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Иҫке Исай ауылында тыуған.
1940 йылда Башҡорт театр-художество училищеһының Х. Бохарский һәм Г. С. Саттаров класын тамамлай. Шул уҡ йылда Дәүләкән театрында актёр булып эш башлай[2].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1940 йылда Нуриман районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына хеҙмәткә саҡырыла. Ғәләүетдинов Фәтхелислам ефрейтор дәрәжәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән билдәләнә.
1947 йыл — Ҡыйғы театры актёры, режиссёры, баш режиссёры.
1948 йыл — Ҡыйғы колхоз-совхоз театрында Апушкиндың «Салауат, йәки бер ус көл» («Салават, или Горсть пепла») пьсаһын сәхнәгә ҡуйып, режиссёрлыҡ эшмәкәрлеген башлай. Режиссёр булараҡ, социаль-көнкүреш театры принциптарына таянып эшләй, уларҙы милли традициялар менән байыта.
1949 йылдан — Баймаҡ колхоз-совхоз театрында, 1952 йылдан — Салауат башҡорт драма театрында эшләй. Нәжиб Асанбаевтың «Беҙгә егеттәр килде», Мөхәммәт Аллаяр улы Хәйҙәровтың «Ирәндек», Назар Нәжмиҙең «Саҡырылмаған ҡунаҡ» пьесалары буйынса ҡуйған спектаклдәренә лирика һәм экспрессия хас.
1953 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
1961 йыл — Ленинград ҡалаһында РСФСР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә Рәсәй театр йәмғиәте (ВТО) эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курсында уҡый.
1967—1987 — Сибай башҡорт драма театрында эшләй.
Ғәләүетдинов Фәтхелислам тыуҙырған образдар хисле һәм илһамлылы. Актёр һәм режиссёр булараҡ, Фәтхелислам Ғәйнислам улы персонаждарҙың эске донъяһын асыуға айырыуса иғтибар итте[1][2].
Репертуары
- Салауат Юлаев («Салауат Юлаев» пьесаһы, Я. В. Апушкин һәм Б.Бикбай)
- Ниязғол-бай (Һ.Л.Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса Л. В. Вәлиев постановкаһы)
- Байтирәков («Утлы өйөрмә» — «Огненный вихрь» Ә. М. Мирзаһитов)
- Рәсүлев («Ихлас әңгәмәләр» — «Задушевные беседы» Н. Асанбаев һәм Ф. А. Әсәнов)
Сибай драма театрындағы постановкалар:
- «Зимагорҙар» һәм «Һаҡмар» — С. М. Мифтахов
- «Байрамбикә» — Р. С. Янбулатова
- «Зәйтүнгөл» — Н.Асанбаев[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1957)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1980).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- ике «Почёт Билдәһе» ордены (1955, 1970)[2].
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы[3][4]
Сығанаҡтар
- Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
Һылтанмалар
- Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Салават Юлаев. Энциклопедия ISBN 5-88185-054-8
- Дорога памяти. ГАЛЯУТДИНОВ ФАТХЛИСЛАМ ГАЙНИСЛАМОВИЧ 2021 йылдың 9 октябрь көнөндә архивланған.
- Память народа. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Салават Юлаев: Энциклопедия. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович, 90 с. /Гл.ред. И. Г. Илишев.— Уфа: Башкирская энциклопедия, 2004. — 480 с.: ил. ISBN 5-88185-054-8
- ↑ 1 2 3 4 Ғәләүетдинов Фәтхелислам Ғәйнислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Дорога памяти. ГАЛЯУТДИНОВ ФАТХЛИСЛАМ ГАЙНИСЛАМОВИЧ 2021 йылдың 9 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Память народа. Галяутдинов Фатхлислам Гайнисламович