Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы

Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев (рус. Мустаев, Явдат Ахатович; 1920 йылдың 3 сентябре, Стәрлетамаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы — 1999 йылдың 18 сентябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет ғалим-тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978), СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1980).

Биографияһы

Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев 1920 йылдың 3 сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған.

Совет-финлянд һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша[1].

1951 йылда Өфө нефть институтын тамамлағандан һуң, «Ишембайнефть» нефть промыслаһы идаралығында өлкән инженер, промысла мөдире булып эшләй.

Ишембай нефть техникумында уҡыта[2].

1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында эшләй:

  • 1960 йылдан өлкән инженер вазифаһында;
  • 1965 йылдан — лаборатория мөдире;
  • 1983 йылдан — сектор мөдире;
  • 1986 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр.

Ғалим 1999 йылдың 18 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыуҙың термик ысулдарын эшләү һәм ғәмәлгә индереү менән бәйле. Термик ысулдар ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген Арлан һәм Ишембай нефть ятҡылыҡтарында өйрәнә.

Йәүҙәт Әхәт улы Мостаев — 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы

Баҫмалары

  • Мустаев Я. А. Применение тепловых методов в добыче нефти. — Уфа: Башкнигоиздат, 1967.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (6 апрель, 1985);
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (24 декабрь, 1944);
  • III дәрәжә Дан ордены (1944);
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985)[3];
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974);
  • СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978);
  • СССР-ҙың почётлы нефтсеһе (1980).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Подвиг народа
  2. ↑ Нефтяные кадры для республики — 24 Августа 2013 2015 йылдың 2 июль көнөндә архивланған.
  3. ↑ Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 24.04.1985 «О награждении медалью „Ветеран труда“ трудящихся Советского района города Уфы»

Сығанаҡтар

  • Временное руководство по ускоренной методике гидродинамических исследований скважин [Текст] / Гос. производ. объединение «Башнефть». Башк. гос. науч.-исслед. и проектный ин-т нефт. пром-сти. (БашНИПИнефть). Отд. науч.-техн. информации. — Уфа : [б. и.], 1973. — 18 с. : ил.; 20 см. На обороте тит. л.: сост. канд. наук Мустаев Я. А., Бикбаев И. М., Кубагушев Н. Г. и инж. Филончев А. И.

Һылтанмалар