Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы

Ноғоманов Рәүеф Сәмиғулла улы (рус. Нугуманов Рауф Самигуллович; 1956 йылдың 17 декабре, Өфө) — хужалыҡ һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 2019 йылдың ғинуарынан 2022 йылдың 18 майынаса «Башспирт» йәмғиәтенең генераль директоры. 2000—2003 йылдарҙа Өфө ҡала хакимиәте башлығы; 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министрының беренсе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының икенсе саҡырылыш (1999—2003) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2021).

Биографияһы

Рәүеф Сәмиғулла улы Ноғоманов 1956 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө тепловоздар ремонтлау заводында токарь булып башлай (1974—1975). Индустриаль-педагогия техникумында өс йыл уҡығандан һуң, ике йыл инженер-технолог, мастеры, авария-диспетчер хеҙмәте башлығы, 51-се торлаҡ-эксплуатация идаралығының өлкән мастеры, Өфө ҡалаһы Совет районы торлаҡ хужалығының етештереү тресында 17-се ЖЭУ начальнигы булып эшләй. 1988—1992 йылдарҙа Өфө ҡалаһы Совет район советы башҡарма комитетының коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире була. Киләһе ике йылда шул уҡ район хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире була. Һуңынан 1996 йылға тиклем — Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары. 1996 йылдан 1998 йылға тиклем Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы булып эшләй, һуңынан Октябрь районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә (1998—2000). 2000—2003 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы[1]. Артабанғы йылдарҙа Өфө йылылыҡ селтәрҙәре предприятиеһының генераль директоры вазифаһын биләй (2003—2004), «Энергия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары (2004—2007), «БСГС» идара итеү компанияһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры (2007—2009), «Башҡортостан Республикаһының торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директоры(2010—2012). 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә[2]. 2018 йылдан 2022 йылға тиклем — «Башспирт» генераль директоры[3].

2024 йылдың апрелендә «Башспирт» акционерҙар йәмғиәтендәге урлашыуҙар буйынса енәйәт эше фигуранты була[4]. 2025 йылдың мартында ҡс йыл һынау ваҡыты менән 5 йылға шартлы рәүештә хөкөм ителә[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 1999—2003 йылдарҙа икенсе саҡырылышБашҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы депутаты[6];
• НОЦ-тың Күҙәтеү советы ағзаһы;
• «Рус география йәмғиәте»нең Башҡортостан төбәк бүлексәһендәге попечителлек советы ағзаһы(2019)[7];
• Меценатлыҡ[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

Ҡатыны менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә.

Иҫкәрмәләр

  1. История Совета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025. Архивировано 26 май 2022 года.
  2. Рустэм Хамитов провел заседание Правительства Башкортостана в новом составе. glavarb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
  3. Топ-100 административной и деловой элиты Башкортостана за сентябрь 2020 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025. Архивировано 25 сентябрь 2020 года.
  4. Следствие проверило аренду (10 сентябрь 2024). 8 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  5. «Башспирт» кинули на ₽100 млн. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
  6. Палата представителей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025. Архивировано 14 октябрь 2013 года.
  7. Попечительский совет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июнь 2022. Архивировано 8 сентябрь 2025 года.
  8. Руководители предприятий, учреждений и организаций Кировского района г. Уфы стали дипломантами городского конкурса «Меценат года – 2019». 1trest.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025.
  9. Радий Хабиров наградил гендиректора «Башспирта» Орденом Дружбы народов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 сентябрь 2025. Архивировано 1 ноябрь 2021 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә