Мәүлиев Ратмир Рәфил улы
Ратмир Рәфил улы Мәүлиев (рус. Ратмир Рафилович Мавлиев; 1989 йылдың 14 авгусы, Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы) — юрист, муниципаль орган хеҙмәткәре. 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһының Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2022 йылдың 16 мартынан 2026 йылдың 14 июленә тиклем Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[1], «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары[2].
2026 йылдың 28 апрелендә вазифа һәм коррупция енәйәттәрендә шикләнеү буйынса Мәүлиев һаҡ аҫтына алына[3], һәм ваҡытлыса вазифа башҡарыуҙан ситләтелә. 2026 йылдың 14 июляендә Өфө ҡала советы контрактты өҙә һәм уны рәсми рәүештә вазифаһынан бушата[4].
Биографияһы
1989 йылдың 14 авгусында Башҡорт АССР-ының Нефтекама ҡалаһында тыуған. Урындағы абруйлы эшҡыуар Рафил Мәүлиевтың улы[5].
2008 йылда төрлө өлкәләрҙә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә башлай[6].
2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын «Юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай. Шул уҡ йылда Мәскәү халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан әҙерлек үтә.
2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлай[6].
Хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге
2013 йылдан «Һайлағыҙ!» йәштәр берекмәһе ағзаһы булып тора. Урындағы көрәш федерацияһын етәкләй. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы була[6].
2015 йылдың декабренән 2016 йылдың апреленә тиклем — инфраструктура үҫеше буйынса начальник урынбаҫары.
Татарстан Республикаһының Ютазы муниципаль районы башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы.
2016 йылдың апреленән 2019 йылдың мартына тиклем Татарстан Республикаһы Әлмәт муниципаль районы башлығының инвестицияларҙы үҫтереү буйынса кәңәшсеһе.
2019 йылдың мартынан — Башҡортостан Республикаһы Нефтекама ҡалаһының ҡала округы хакимиәте башлығы[7][6].
2022 йылдың 14 февралендә Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә, 16 марттан — хакимиәт башлығы.
Өфө хакимиәте башлығы вазифаһында Мәүлиев бер нисә ҡала проектына етәкселек итә. Улар араһында — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу. 2024 йылдың июлендә Украинаның Генераль прокуроры Мәүлиевҡа Рәсәй армияһын финанслауҙа ғәйепләү белдерә[8].
2023 йылдың 6 октябрендә Пермдә отчет-һайлау дөйөм йыйылышында Волга буйы ҡалалары ассоциацияһы рәйесе итеп һайлана[9].
2026 йылдың 14 июлендә Өфө ҡала советы бер тауыштан уның менән контрактты өҙә һәм рәсми рәүештә вазифаһынан бушата[10][11].
Енәйәт эше
2026 йылдың 28 апрелендә Мәүлиев вазифа вәкәләттәрен артыҡ ҡулланыуҙа (РФ Енәйәт кодексының 286-сы статьяһы 3-сө өлөшө «в», «г», «е» пункттары) һәм айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыуҙа (РФ Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы 6-сы өлөшө) шик аҫтында 48 сәғәткә тотҡарланған[12][13][14][15][16][17][18].
Мэр менән бергә эш фигуранттары булып ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Рөстәм Хазиев һәм Агарагим Кагиргаджиев, шулай уҡ «ЕРКЦ Уфы» ЯСЙ-ның генераль директоры Айгөл Винникова ла үтә[19][14][12][20][21][22][23].
Тикшереү версияһы буйынса, эш «Радуга» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан, майҙаны 1300 квадрат метрҙан ашыу, хаҡы 13 миллион һумдан артыҡ булған ер участкаһын законһыҙ ситләштереү менән бәйле: дөйөм ҡурсалау өсөн хакимиәт башлығы төҙөлөш ойошмаһы вәкиленән мөлкәт характерындағы хеҙмәттәр рәүешендә ришүәт талап иткән, төҙөүсе ойошманы үҙ иҫәбенә был участканы һатып алырға һәм уны мэр мәнфәғәтендә рәсмиләштерергә мәжбүр иткән[19][15][14][24][16][17][18].
2026 йылдың 30 апрелендә Өфө ҡалаһының Совет районы суды Мәүлиевҡа ҡарата 2026 йылдың 11 июленә тиклем һаҡ аҫтына алыу рәүешендәге сикләү сараһын һайлаған[17][25][18].
Өфө хакимиәтендә белдереүҙәренсә, ҡала хеҙмәттәре ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә[26]. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың матбуғат хеҙмәте эш шарттарына һуңғы баһа тикшереү тамамланғандан һуң биреләсәк, тип хәбәр итте[27][28].
2026 йылдың 6 майында Башҡортостан Республикаһының Юғары Суды тәфтиш изоляторында тотоу сараһын 28 июнгә тиклем өй шартарында һаҡ аҫтында булыуға үҙгәртте[29].
2026 йылдың 11 майында Мәүлиев йөрәге ауыртыуы арҡаһында үҙен насар тойоуы сәбәпле дауаханаға һалына[30].
2026 йылдың июне һуңына енәйәт эше яҡынса тәфтиш стадияһында була. 2026 йылдың 25 июнендә Өфөнөң Совет районы суды өй шарттарында һаҡ аҫтында булыу ваҡытын 2026 йылдың 28 авгусына тиклем оҙайта[31].
2026 йылдың 3 июлендә Башҡортостандың Юғары суды өй шарттарында һаҡ аҫтында булыуҙы билдәле бер ғәмәлдәрҙе 28 авгусҡа тиклем тыйыуға алмаштырҙы, шул уҡ ваҡытта Мәүлиев ғәйебен танымай[32][33].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Иҫкәрмәләр
- ↑ Горсовет Уфы отстранил мэра города Мавлиева от должности. Башинформ (14 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Мавлиев Ратмир Рафилович. Глава Администрации городского округа город Уфа, Член Президиума Регионального политического совета, Секретарь местного отделения Партии. Партия «Единая Россия», официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ СКР объяснил задержание мэра Уфы Ратмира Мавлиева (28 апрель 2026). 28 апрель 2026 тикшерелгән. (рус.)
- ↑ Горсовет Уфы расторг контракт с Ратмиром Мавлиевым. UFA1.RU (14 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ Самойлова, Ирина. Администрацию Нефтекамска возглавил сын влиятельного местного предпринимателя (рус.), kommersant.ru, Коммерсантъ (18.03.2019, 09:58). 14 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 4 Гордиев узел Нефтекамска для молодого Ратмира Мавлиева — Реальное время. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Мавлиев Ратмир Рафилович. Уфимский бизнес портал «ГлобалУФА.ру». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
- ↑ Мэра Уфы задержали в его кабинете: что известно. inkazan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Мэр Уфы Ратмир Мавлиев стал председателем Ассоциации городов Поволжья Мэр Уфы Ратмир Мавлиев стал председателем Ассоциации городов Поволжья. Медиакорсеть (6 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Мэра Уфы Мавлиева уволили из-за прекращения допуска к гостайне. Интерфакс (14 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ «Уведомление о прекращении допуска к гостайне»: Горсовет Уфы объяснил, почему уволили Ратмира Мавлиева. UFA1.RU (14 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
- ↑ 1 2 Мэр Уфы Мавлиев задержан на 48 часов. Российская газета (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2026.
- ↑ Мэра Уфы Мавлиева задержали на 48 часов. РИА Новости (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Санаторий «Радуга» и 13 млн: за что задержали мэра Уфы. Аргументы и Факты (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Мэра Уфы задержали по делу о превышении полномочий. РБК (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Мэра Уфы и двух его заместителей задержали. Sputnik Армения (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Суд арестовал мэра Уфы Ратмира Мавлиева. Коммерсантъ (30 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Суд арестовал мэра Уфы Ратмира Мавлиева. Комсомольская правда (30 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ 1 2 Мэра Уфы задержали по делу о превышении полномочий. M24.ru (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2026.
- ↑ В Уфе задержан мэр Ратмир Мавлиев и двое его заместителей. ОСН Медиа (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ Задержан мэр Уфы Мавлиев: что известно. News.ru (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ В Уфе задержаны мэр и его замы. Коммерсантъ (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ В Уфе задержана гендиректор ЕРКЦ. Коммерсантъ (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ Мэра Уфы задержали по делу о взятке в 13 млн рублей. Life.ru (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2026.
- ↑ Суд арестовал мэра Уфы Ратмира Мавлиева. РБК Уфа (30 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ В мэрии Уфы прокомментировали задержание Мавлиева. URA.RU (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ В Башкирии прокомментировали задержание мэра Уфы. Взгляд (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ В Башкирии прокомментировали задержание мэра Уфы. Новости Mail.ru (28 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2026.
- ↑ Верховный суд Башкирии заменил мэру Уфы Мавлиеву СИЗО на домашний арест. РБК (6 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026. (рус.)
- ↑ Находящегося под домашним арестом мэра Уфы Мавлиева госпитализировали — РБК. www.rbc.ru (12 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026. (рус.)
- ↑ Суд продлил домашний арест мэру Уфы Ратмиру Мавлиеву до конца августа. РБК Уфа (25 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
- ↑ Верховный суд Башкирии заменил мэру Уфы домашний арест на запрет определенных действий. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ Верховный суд Башкирии изменил меру пресечения мэру Уфы Ратмиру Мавлиеву. Комсомольская правда Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ Сергей Николаев. Владимир Путин наградил мэра Уфы Ратмира Мавлиева. ИА «Башинформ» (19 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ноябрь 2025.
Һылтанмалар
- Электрогазета.рф. 28 апреля, 17:45. «Это месть»: адвокат мэра Уфы сделал неожиданное заявление
- Электрогазета.рф. 28 апреля, 14:24. Задержан глава администрации Уфы
- Официальный сайт администрации г. Уфы (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2025)
- Нефтекамск идет на опережение (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2025)
- Уфимский бизнес портал «ГлобалУФА.ру» (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2025)
- Телеграм-канал Мавлиева Р. Р. (Тикшерелеү көнө: 14 ноябрь 2025)