Мостафин Өлфәт Мансур улы

Мостафин Өлфәт Мансур улы (рус. Мустафин Ульфат Мансурович; 1959 йылдың 4 майы, Иҫке Ихсан ауылы, Башҡорт АССР-ы2020 йылдың 29 октябре, Мәскәү) — инженер-ғалим, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2018—2020 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Техник фәндәр кандидаты (2005).

Биографияһы

Өлфәт Мансур улы Мостафин 1959 йылдың 4 майында Башҡорт АССР-ының Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған[1]. 1976 йылда Иҫке Бәшир урта мәктәбен тамамлағандан һуң Өфө еңел сәнәғәт техникумына уҡырға инә. 1977 йылдың майында Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1979 йылдың майынан 1981 йылдың мартына тиклем Өфө еңел сәнәғәт техникумында уҡыуын дауам итә, уны тамамлағандан һуң «мамыҡ иләү сәнәғәте техник-технологы» һөнәре буйынса диплом алаи[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылдың июнь айында Өфө ҡалаһының Киров районында торлаҡ-эксплуатация идаралығында башлай. Киров районы торлаҡ-коммуналь хужалығы системаһында 4-се разрядлы слесарь булып эшләй башлай, торлаҡ хужалығы производство тресының мастеры, баш инженеры, 40-сы торлаҡ-эксплуатация идаралығы (ЖЭУ-40) начальнигы вазифаһына тиклем үрләй, унда 1991 йылдың мартына тиклем эшләй.

1992 йылда Серго Орджоникидзе исемендәге Өфө авиация институтын тамамлай[3].

Киров район Советы башҡарма комитетында эшләүен дауам итә, коммуналь хужалыҡ бүлеге мөдире, торлаҡ хужалығы предприятиелары идаралығы һәм мэрияның инженер тәьминәте начальнигы урынбаҫары, ААЙ "Газ-сервис"тың «Уфагаз» филиалы баш инженеры.

2003—2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең финанс-хужалыҡ идаралығын етәкләй.

2008 йылдың 28 майында Башҡортостан Республикаһы Президентының махсус бойороғо менән биләгән вазифаһынан бушатыла.

Техник фәндәр кандидаты. 2005 йылда «Комплексная система оценки остаточного ресурса трубопроводов системы газоснабжения, бывших в консервации» темаһы буйынса диссертация яҡлай. Ғилми етәксеһе — техник фәндәр докторы, профессор Зәйнуллин Рәшит Сибәғәт улы, ғилми консультанты — техник фәндәр докторы Нәҙершин Альберт Сәхәп улы[4].

2010—2013 йылдарҙа Росатомнадзор идаралығында төрлө вазифаларҙа эшләй. 2013 йылда "Газпром газ бүлеү Өфө"гә ҡайта.

2018 йылдың 29 октябрендә Өфө ҡалаһы ҡала округы дүртенсе саҡырылыш Советының 32-се ултырышында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлана. 28 депутат Өлфәт Мансур улы Мостафин өсөн тауыш бирә.

2020 йылдың 29 октябрендә Мәскәү ҡалаһының Склифосовский институтында ковид, пневмония һәм башҡа сирҙәрҙән өҙлөгөү һөҙөмтәһендә вафат була[5][6].

Хәтер

  • 2024 йылдың 26 октябрендә Өфөлә Өлфәт Мостафинға арналған мемориаль стенд асыла. Ул Спорт әҙерлеге үҙәгендә урынлашҡан[7].
  • 2021 йылдың 1 июлендә Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылында Өлфәт Мостафин иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асыла. Ул урта мәктәп бинаһының фасадына ҡуйыла[8].

Иҫкәрмәләр

  1. Азат Гиззатуллин. Мэром Уфы избран Ульфат Мустафин. ИА «Башинформ» (29 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026. Архивировано 24 февраль 2020 года.
  2. Валерия Панаева. Новым мэром Уфы назначен 59-летний Ульфат Мустафин. PROUFU.RU (29 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026. Архивировано 9 ғинуар 2019 года.
  3. Уфимский государственный авиационный технический университет
  4. Сведения о диссертации Мустафина У. М. Научная библиотека диссертаций и авторефератов disserCat (2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026. Архивировано 2 ноябрь 2018 года.
  5. Скончался мэр Уфы Ульфат Мустафин. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026. Архивировано 3 ноябрь 2020 года.
  6. Мэр на два года: уфимский градоначальник Ульфат Мустафин умер от COVID-19. Реальное время. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026. Архивировано 31 октябрь 2020 года.
  7. Лейла Аралбаева. В Уфе открылся мемориальный стенд, посвященный Ульфату Мустафину. ИА «Башинформ» (26 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026.
  8. В Башкирии установили мемориальную доску в память об Ульфате Мустафине. Сайт Рамблер (2 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июль 2026.

Тема буйынса өҫтәмә