Брюханов Николай Павлович
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
---|---|
Вафат булған көнө | 1 сентябрь 1938 (59 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, революционер |
Ҡатнашыусы | РСДРП-ның V съезы[d] |
Тыуған көнө | 16 (28) декабрь 1878 |
Эшмәкәрлек төрө | политическая деятельность[d][1] и государственная гражданская служба[d][1] |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Ойошма ағзаһы | СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] |
Гражданлығы | |
Тыуған урыны |
Брюханов Николай Павлович (16 декабрь 1878 йыл — 1 сентябрь 1938 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре. СССР-ҙың 1—7-се саҡырылыш Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. 1927—1934 йылдарҙа ВКП (б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Николай Павлович Брюханов 1878 йылдың 16 декабрендә Сембер ҡалаһында ер үлсәүсе чиновник ғаиләһендә тыуған.
• Ҡатыны: Вера Николаевна Попова (1878—1953) — 1905 йылдан алып РСДРП ағзаһы
• Балалары: Артемий Николаевич Брюханов (1904—1941)
• Андрей Николаевич Брюханов (1910—1970)
• Ейәне: Владимир Андреевич Брюханов (1945 йылда тыуа, яҙыусы, тарихсы. ГФР-ҙа йәшәй)
Белеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• 1889 йылда Сембер классик гимназияһына уҡырға инә.
• 1897 йылда тыйылған китаптар уҡығаны өсөн сығарылыш имтихандарынан ситләтелә, әммә 1898 йылда имтихандарын экстерн юлы менән тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты ала.
• [1898]]—1903 йылдар — Мәскәү һәм Ҡазан университеттары студенты, филология факультетының өс курсын тыңлай.
• Революцион эшмәкәрлеге өсөн университеттан ҡыуыла.
• Тамамланмаған юғары белемле.
Төп вазифалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• 11.09. 1904—1905 — Вологда ҡалаһы округ судында присяжный поверенныйҙар консультацияһы сәркәтибе
• 1908—1914 — Өфө ҡалаһының Дон ер банкыһында залогҡа һалынған алпауыт имениеларын баһалаусы
• 1915—1916 — Өфө ҡалаһы ер союзының ҡасаҡтарға ярҙам комитеты рәйесе
• 1916—1917 — Өфө ҡала управаһының аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире
• 1917—1918 — Өфө губернаһы аҙыҡ-түлек комиссары
• 1918—1921 — РСФСР Аҙыҡ-түлек Халыҡ Комиссариаты комиссары урынбаҫары, Рәсәй Көнсығыш фронтының айырым аҙыҡ-түлек комиссияһы рәйесе
• 1921—1924 — РСФСР-ҙың Аҙыҡ-түлек Халыҡ Комиссариаты комиссары, СССР-ҙың хеҙмәт һәм оборона советы ағзаһы, бер үк ваҡытта Ҡыҙыл Армияны һәм флотты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү буйынса баш идаралыҡтың начальнигы (Главснабпродарм)
• 1923—1924 — СССР-ҙың Аҙыҡ-түлек Халыҡ Комиссариаты комиссары (СССР Наркомпрод)
• 1924—1926 —СССР-ҙың финанс Халыҡ комиссариаты комиссары урынбаҫары (СССР Наркомфин)
• 1926—1930 — СССР-ҙың финанс Халыҡ комиссариаты комиссары
• 1930—1931 — рәйесе урынбаҫары Мособлисполком рәйесе урынбаҫары, артабан Мособлплан рәйесе
• 1931—1932 — СССР Тәьмин итеү Халыҡ Комиссариаты комиссары урынбаҫары
• 1932—1937 — СССР Халыҡ комиссариаты советы эргәһендәге Үҙәк уңыш билдәләү комиссияһы рәйесе урынбаҫары
• 1937 йылдың июненән алып — союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.
Партия һәм йәмәғәт эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Партия псевдонимдары: «Андрей», «Степан», әҙәби псевдонимдары — «Н. Павлов» һәм «Н. Павлович»
• 1902 йылдан алып РСДРП ағзаһы
• 1903 — РСДРП-ның Ҡазан комитеты ағзаһы.
• 1906 — РСДРП-ның Өфө комитеты ағзаһы.
• Был 1907 — РСДРП v съезы делегаты.
• 1907 — РСДРП-ның Урал өлкә комитеты ағзаһы, Өфөлә партия эше алып бара, большевиктарҙың «Уфимский рабочий» гәзите мөхәррире
• 1917 — РСДРП(б) Өфө комитеты рәйесе, губерна ревкомы ағзаһы
• РСДРП(б)-ның Бөтә Рәсәй VII конференцияһында (апрель) делегат
• 1927—1934 — ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат
• ВКП(б)-ның XV (1927) һәм XVI съезында(1930) ВКП(б) Үҙәк комитеты ағзаһына кандидат итеп һайлана.
Ҡулға алыныуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• 1899 — Мәскәүҙә студенттар болаһында ҡатнашҡаны өсөн ҡулға алына һәм Мәскәүҙә ике йыл дауамында йәшәү тыйыла
• 1903 — ҡулға алына, 1904 йылда Вологда губернаһының Кадников ҡалаһына һөргөнгә ебәрелә, аҙаҡ Вологдаға күсерелә. Амнистия буйынса 1905 йылда азат ителә
• 1912 — Дүртенсе Дәүләт Думаһына Өфө социал-демократтар тарафынан һайлауҙарға кандидат итеп күрһәтелеүе арҡаһында өс ай буйына административ язаға тарттырыла
• 3 февраль, 1938 йыл ҡулға алына һәм атып үлтерелә. 1956 йылдың 14 апрелендә аҡлана.
Улы — Николаевич Брюханов Артемий. 1938 йылдың 30 апрелендә ҡулға алына. 8 августа СССР НКВД-ның ОСО-һы тарафынан 1938 йылда контрреволюцион эш алып барыуҙа ғәйепләнеп 8 йылға хеҙмәт-холоҡ төҙәтеү лагерына хөкөм ителә һәм НКВД-ның СевЛАГында тотҡонда була. 1938 йылдың 27 декабрендә лагерҙан ҡаса. 1939 йылдың 19 ғинуарында ҡайтанан ҡулға алына. 1941 йылдың 13 июлендә СССР етәкселәренә теракттар әҙерләүҙә ғәйепләнә. 1941 йылдың 27 июлендә атып үлтерелә, Ерләнгән урыны — НКВД-ның Мәскәү өлкәһе «Коммунарка» махсус объекты. 1956 йылдың 24 ноябрендә СССР-ҙың ВКВС-ы тарафынан аҡлана.
Ағаһы — Александр Павлович Брюханов. 1938 йылдың 26 июнендә СССР ВВКС ВМН-ы тарафынан контрреволюцион террор ойошмаһында тороүҙа ғәйепләнеп хөкөм ителә. 1938 йылдың 3 октябрендә атып үлтерелә Ерләнгән урыны — НКВД-ның Мәскәү өлкәһе «Коммунарка» махсус объекты. СССР ВКВС-ы тарафынан 1956 йылдың 11 июлендә аҡлана.
Нәфис әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
В. Маяковскийҙың «Баня» пьесаһында телгә алына:
Фоскин. Постой, товарищ, обожди минуточку. Тебе всё равно крутить машину. Сделай одолжение, сунь в твою машину мою облигацию, — не зря я в неё вцепился и не продаю, — может, она через пять минут уже сто тысяч выиграет. Велосипедкин. Догадался! Тогда туда весь Наркомфин с Брюхановым засунуть надо, а то ж ты же выиграешь, а они всё равно тебе не поверят — таблицу спросят.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Государственная власть СССР. Высшие органы власти и управления и их руководители. 1923—1991 гг. Историко-биографический справочник./Сост. В. И. Ивкин. Москва, 1999. — ISBN 5-8243-0014-3
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Биографические сведения
- Деятели революционного движения в России: в 5 т. / под ред. Ф. Я. Кона и др. — М.: Всесоюзное общество политических каторжан и ссыльнопоселенцев, 1927—1934.
- ↑ 1,0 1,1 Brjuchanov, Nikolaj Pavlovič // Чешская национальная авторитетная база данных
- КПСС ағзалары
- 1 сентябрҙә вафат булғандар
- 1938 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- 28 декабрҙә тыуғандар
- 1878 йылда тыуғандар
- Мәскәү университетының тарих-филология факультетын тамамлаусылар
- Ульяновскиҙа тыуғандар
- КПСС ҮК ағзалыҡҡа кандидаттар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР-ҙа атылғандар
- СССР-ҙа аҡланғандар
- СССР-ҙа репрессияланғандар