Салауат районының почётлы граждандары

Салауат районының почётлы граждандары — райондың социаль-иҡтисади һәм мәҙәни үҫешенә, йәш быуынды тәрбиәләүгә, мәғарифты үҫтереүгә һәм халыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһенә ҙур өлөш индергән, оҙаҡ йылдар производствола, йәмәғәт, хәйриә эшмәкәрлегендә һәм башҡа өлкәләрҙә әүҙем эшләгән, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған граждандарҙы дәртләндереү сараһы.

«Салауат районының почетлы гражданы» исеме район Советының 2010 йылдың 24 июнендәге 156-сы ҡарары менән булдырыла.

Аҡбашев Рәшит Шаһабетдин улы (29 май 1933 йыл — 21 февраль 2015 йыл) — ғалим-табип, СССР һәм Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре, 1962—1994 йылдарҙа Янғантау шифаханаһының баш табибы. Медицина фәндәре кандидаты (1975). РСФСР-ҙың халыҡ депутаты (1990). Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған табибы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, СССР профсоюз курорттары отличнигы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы (2012 йыл 22 май). Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Атйетәр ауылынан.

Вәхитов Риф Хәйрулла улы (4 сентябрь 1940 йыл — 14 сентябрь 2021 йыл) — комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1982—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитетының беренсе секретары, 1995—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе. Башҡорт АССР-ының ХII саҡырылыш Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Салауат районының почётлы гражданы (2012 йыл, 22 май). Сығышы менән Арҡауыл ауылынан.

Ғарипов Рәми Йәғәфәр улы (12 февраль 1932 йыл — 20 февраль 1977 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), тәржемәсе һәм журналист. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). Салауат районының почётлы гражданы (2012 йыл, 22 май). Сығышы менән Арҡауыл ауылынан.

Ғәниева Лиза Ибраһим ҡыҙы (14 март 1941 йыл) — Салауат районының почетлы гражданы (2017 йыл 27 март). Сығышы менән Шәрип ауылынан.

Искәндәрова Хәнифә Сираж ҡыҙы (20 март 1928 йыл — 4 сентябрь 2020 йыл) — өс тиҫтә ярым йылдан артыҡ Салауат районы Арҡауыл урта мәктәбендә (бөгөн (Айҙар Байыҡ) исемендәге мәктәп) биология фәненән белем биргән хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968), СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967), СССР-ҙың VIII (1970—1974) һәм IX (1974—1979) саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXIV съезы (1971) һәм Уҡытыусыларҙың беренсе Бөтә Союз съезы (1968) делегаты. 2010 йылдың 2 декабрендәге ҡарары менән Салауат районының почётлы гражданы исеме бирелә[1]. Сығышы менән Яхъя ауылынан.

Йосопов Харис Монасип улы (24 август 1929 йыл — 7 июнь 2009 йыл) — спортсы-көрәшсе, тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Профессор (1995). Дзюдо буйынса СССР‑ҙың (1975) һәм РСФСР‑ҙың (1969) атҡаҙанған тренеры, классик (1959) һәм ирекле (1960) көрәш, самбо (1967) буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры, дзюдо буйынса халыҡ‑ара (1975), самбо буйынса Бөтә Союз (1970) категориялы судья. РСФСР‑ҙың (1989) һәм Башҡортостан Республикаһының (1999) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре, СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1989). Почёт (2005) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры. Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы, Рәсәй көрәшселәре араһында иң билдәле шәхестәрҙең береһе. Салауат районының почётлы гражданы (2012 йыл, 22 май). Сығышы менән Арҡауыл ауылынан.

Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы[1] (7 февраль 1935 йыл — 2015 йыл) — уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре. 1973—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитеты секретары. Салауат районының почётлы гражданы (2010 йыл, 2 декабрь). Сығышы менән Илтәй ауылынан.

Ҡолмөхәмәтов Энгельс Вәрис улы (1 октябрь 1951 йыл) — дәүләт, комсомол органдары, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-иҡтисадсы. Рәсәй Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы (2007—2011), Башҡортостан Республикаһының беренсе, икенсе һәм бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2007). Һалым полицияһының отставкалағы генерал-лейтенанты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, «Халыҡтар Дуҫлығы» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры. Салауат районының почётлы гражданы (2015 йыл, 30 ноябрь). Сығышы менән Иҫке Ҡаратаулы ауылынан.

Мөхәмәтдинов Радил Ҡыяметдин улы (2 май 1936 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре, БАССР Юғары Советының дүрт саҡырылыш һәм Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, КПСС-тың XXVIII съезы делегаты, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1975), профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат районының почётлы гражданы (2010 йыл, 2 декабрь)[2]. Сығышы менән Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылынан.

Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы(1 июль 1932 йыл — 21 июнь 2022 йыл) — һауынсы, малсы, күп тапҡыр социалистик ярыш еңеүсеһе, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979, 1981). Салауат районының почётлы гражданы (2015 йыл, 30 ноябрь). Сығышы менән Миндеш ауылынан.

Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы (15 сентябрь 1934 йыл — 2016 йыл) —хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1980 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» совхозының тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972). Салауат районының почётлы гражданы (2015 йыл, 30 ноябрь). Сығышы менән Шәрип ауылынан.

Чванов Михаил Андреевич (25 июль 1944 йыл) — Башҡортостанда тыуған һәм республикала йәшәп ижад итеүсе танылған рус яҙыусыһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021), 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең «Оло әҙәбиәт» (2006) һәм башҡа премиялар лауреаты, Почёт ордены кавалеры (2010). Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» (2014) һәм Салауат Юлаев (2019) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының (2009) һәм Салауат районының (2014) почётлы гражданы. Сығышы менән Иҫке Михайловка ауылынан.

Әлибаев Сафуан Әфтәх улы (21 февраль 1941 йыл — 6 июль 2014 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы, 1978 йылдан — КПСС ағзаһы, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011), Салауат районының почётлы гражданы (2015, үлгәндән һуң). Сығышы менән Тирмән ауылынан.

Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл — 14 май 2019 йыл) — дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат районының почётлы гражданы (2012 йыл, 22 май). Сығышы менән Торналы ауылынан.

Яруллин Хәмит Ғатаулла улы (25 февраль 1935 йыл — 5 июнь 2015 йыл) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, режиссёр һәм педагог. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1985) һәм Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977) артисы. Салауат районының почётлы гражданы (2015 йыл, 30 ноябрь). Сығышы менән Ахун ауылынан.

Өҫтөнлөктәре

Салауат районының почетлы граждандары исеменә лайыҡ булыусылар: район территорияһында үткәрелгән барлыҡ мәҙәни-киң күләмле сараларға бушлай инә ала; урындағы үҙидара органдары, муниципаль предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәренә сиратһыҙ инеү хоҡуғына эйә; ай һайын 200 һум аҡсалата түләү ала[3].

Һылтанмалар