Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы

Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы (15 сентябрь 1934 йыл — 2016 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1970—1980 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» совхозының тракторсы-машинисы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Ленин ордены кавалеры (1972). Салауат районының почётлы гражданы (2015).

Тормош һәм хеҙмәт юлы

Зекерйән Әхтәм улы Хәсәнов 1934 йылдың 15 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡыйғы (хәҙерге Салауат) районындағы Шәрип ауылында тыуған.

19531954 йылдарҙа Балаҡатай районы Ямаш ауылы профтехучилищеһында тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә.

Арҡауыл МТС-ында тракторсы-машинист булып эшләй, механизация буйынса бригадир итеп үрләтелә.

1970 йылдан ауыл хужалығы культураларын үҫтереү звеноһында эшләй. Хәсәнов Зекерйән Әхтәм улы алдынғы хеҙмәте өсөн 1972 йылда СССР-ҙың иң юғары наградаһын — Ленин орденына лайыҡ була.

1980 йылдан башлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы — «Һарғамыш» совхозының Миәшәгәр бүлексәһе управляющийы.

Намыҫлы хеҙмәте өсөн Зекерйән Әхтәм улы район һәм республика кимәлендәге күп маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары, миҙалдары, маҡтаулы исемдәре менән бүләкләнгән.

Улы Хәсәнов Радик — хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник, Афғанистан ветераны, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР ауыл хужалығы социалистик ярыш алдынғыһы
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы
  • Ленин ордены (1972)
  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр