Хәмиҙуллина Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы
Биографияһы
Миңлегөл Фәрхит ҡыҙы Хәмиҙуллина 1932 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Ишембай ауыл советына ҡараған Миндеш ауылында тыуған, биш бала тәрбиәләп үҫтергән.
1949 йылдан алып «Восток» колхозы тип үҙгәртелгән Чкалов колхозында һауынсы булып эшләй, 1985—1995 йылдарҙа — быҙау ҡараусы. «Восток» колхозының чемпион-һауынсыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була (1981, 1984). Күп тапҡыр «Юғары етештереү күрһәткестәре өсөн» социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1983, 1984 йылдарҙа һөнәре буйынса иң яҡшы эшсе тип таьбыла. Урындағы Советтарға депутат итеп һайлана.
Күп тапҡырҙар социалистик ярыш еңеүсеһе була. 1995 йылда ғына хаҡлы ялға китә.
Намыҫлы һәм маҡтауғы лайыҡ хеҙмәте өсөн 1979, 1981 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, күп һанлы миҙалдар һәм Почёт грамоталары менән бүләкләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1979).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981)
- Салауат районының почётлы гражданы
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с.
- Салаватскому району — 80 лет!!!(недоступная ссылка)