Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы
Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов (рус. Артур Фарвазович Ахметханов; 1962 йылдың 15 ноябре, Торналы, Башҡорт АССР-ы — 2019 йылдың 14 майы, Өфө) — совкт һәм Рәсәй эске эштәр һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2018 йылдың 22 октябре — 2019 йылдың 19 майы — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Биографияһы
1962 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Торналы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң «Торналы» совхозында балта оҫтаһы булып башлай.
1981—1983 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.
1985 йылда эске эштәр органдарына ҡабул ителә һәм Өфө районы эске эштәр бүлегенең Енәйәтте тикшереү оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. 1991 йылда Өфө районы эске эштәр бүлегенең криминал хеҙмәтен, 1994 йылдан Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығын етәкләй[1].
Төп хеҙмәтенән айырылмай, 1993 йылда «юрист-хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңыраҡ Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын уңышлы тамамлаған[2].
1999 йылдың декабрендә Артур Әхмәтханов Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 2005 йылға тиклем башҡара.
Артабан, 2005—2008 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары — йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы булып эшләй.
2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Төньяҡ Осетия — Алания Республикаһының эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2015 йылдың 11 декабренә тиклем эшләй[3].
2016—2018 йылдарҙа полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов — Волга буйы округының Милли гвардия ғәскәрҙәре командующийының ведомствонан тыш һаҡлауҙы һәм лицензия-рөхсәт эшен ойоштороу буйынса урынбаҫары[2].
2018 йылдың 22 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Артур Әхмәтхановты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләнә[2][4].
2019 йылдың 14 майында Артур Әхмәтханов оҙайлы ауырыуҙан вафат була[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены [1]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы [1]
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы [1]
- Салауат Юлаев ордены [1]
Хәтер
- 18 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә дзюдо буйынса алтынсы Бөтә Рәсәй команда ярыштары 15 ноябрҙә Өфөлә старт ала[6].
- 2025 йылдың 15 ноябрендә Артур Әхмәтхановтың Салауат районы Малаяҙ ауылындағы бюсына сәскәләр һалына[7].
- 2024 йылдың 14 декабренән Өфөлә Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры[8].
- 2024 йылдың 14 майында республикала Артур Әхмәтхановты хәтерләү буйынса саралар үткәрелә[9].
- 2020 йылдың 13 ноябрендә Салауат районының Малаяҙ ауылында урынлашҡан Дыуан күп профилле колледжы территорияһында полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың бюсы асыла[10].
- Өфөнөң Киров районында Артур Әхмәтханов урамы буласаҡ. Ҡарарҙы ҡала советының 2019 йылдың 10 сентябрендә уҙған 44-се ултырышында ҡабул ителдә[11].
- Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың 2019 йылдың 20 июнендәге указы менән Артур Әхмәтхановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү саралары билдәләнгән: 1) милли көрәш буйынса йыл һайын Бөтә Рәсәй турнирын үткәреү; 2) Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылында Артур Әхмәтхановҡа бюст ҡуйыу; 3) Торналы ауыл мәктәбенә Артур Әхмәтханов исемен биреп, унда мемориаль таҡтаташ асыу; 4) Өфө урта дөйөм белем биреү учреждениеларының кадет кластары араһында башланғыс хәрби әҙерлек буйынса йыл һайын Артур Әхмәтханов исемендәге конкурс үткәреү; 5) Республика Хәрби Дан музейында Рәсәй Федерацияһының Милли гвардия ғәскәрҙәренә арналған экспозиция һәм Артур Әхмәтханов хаҡында стенд булдырыу; Шулай уҡ Өфө ҡала Советына баш ҡала урамдарының береһенә Артур Әхмәтханов исемен биреү тәҡдим ителә[12].
- 2019 йылдың 15 июнендә Өфө ҡалаһы мэры кубогына үткәрелгән көрәш турниры Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арнала[13].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Сегодня исполнилось бы 62 года генерал-лейтенанту полиции Артуру Фарвазовичу Ахметханову. Пресс-служба Управления Федеральной службы войск национальной гвардии Российской Федерации по Республике Башкортостан (15 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 Вице-премьером, курирующим силовиков в Башкирии, стал Артур Ахметханов. ИА «Башинформ» (22 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11.12.2015 № 616 «Об освобождении от должности и назначении на должность в некоторых федеральных государственных органах». Официальное опубликование правовых актов (11 декабрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025.
- ↑ Восемь вице-премьеров Правительства Башкирии ушли в отставку. ИА «Башинформ» (22 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Ушёл из жизни вице-премьер правительства Башкирии Артур Ахметханов. ИА «Башинформ» (14 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Иван Вавилов. Турнир памяти Артура Ахметханова в Башкирии собрал более 200 спортсменов. ИА «Башинформ» (15.11.25). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Наталья Овчарук. В Башкирии вспоминают генерал-майора Артура Ахметханова. К его бюсту на малой родине возложили цветы. ИА «Башинформ» (15.11.25). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Инсаф Хужабирганов. В Уфе стартовал всероссийский турнир по курэш памяти Артура Ахметханова. ИА «Башинформ» (14 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Лейла Аралбаева. В Башкирии почтили память генерал-лейтенанта полиции Артура Ахметханова. ИА «Башинформ» (14 май 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Азат Гиззатуллин. В Салаватском районе почтили память генерал-лейтенанта полиции Артура Ахметханова. ИА «Башинформ» (13 ноябрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ В Уфе появится улица Артура Ахметханова. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт (11 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ В Башкирии увековечат память генерал-лейтенанта полиции Артура Ахметханова. ИА «Башинформ» (20 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Турнир по корэш за Кубок мэра Уфы посвятили памяти Артура Ахметханова. ИА «Башинформ» (15 июнь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ноябрь 2025. (рус.)
Һылтанмалар
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС, 2024. — С. 690—691. — 800 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2025)
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2025)
- Станислав Шахов. Чем запомнился Башкирии Артур Ахметханов. ИА «Башинформ», 15 мая 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2025)
- Артур Ахметханов не признавался в своей болезни даже близким. Сайт «СобкорУфа. Новости Уфы и Башкирии». 16 мая 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ноябрь 2025)