Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы
Тыуған көнө | 7 февраль 1935 |
---|---|
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Гражданлығы | |
Вафат булған көнө | 2015 |
Һөнәр төрө | школьная учительница |
Тыуған урыны | |
Вафат булған урыны |
Кәримова Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы (7 февраль 1935 йыл — 2015 йыл) — уҡытыусы, партия органдары хеҙмәткәре. 1973—1990 йылдарҙа КПСС-тың Салауат район комитеты секретары[1].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙы Кәримова 1935 йылдың 7 фералендә Башҡорт АССР-ының Малаяҙ районы (хәҙерге — Салауат) Илтәй ауылында тыуған. Ҡыҙға 12 йәш булғанда, әсәһе вафат була. Дүрт бала, Мәрйәм һәм өс ағай-энеһе, етем тороп ҡала[2]. Мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә, уны 1954 йылда тамамлай. Йүнәлтмә менән Ҡурған өлкәһенә эшкә ебәрелә.
Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1963 йылға тиклем Шадрин районы (хәҙерге — Әлмән) Тәңрекүл мәктәбендә уҡыта. Директор урынбаҫары була, тормошҡа сыға.
Ситтән тороп Ҡурған өлкәһендәге Шадрин педагогия институтында уҡый. Ике балаһы тыуа.
1963—1969 йылдарҙа Салауат районы Илтәй мәктәбендә уҡытыусы, 1969—1972 йылдарҙа — Илтәй мәктәбе директоры. Артабан КПСС-тың Салауат район комитетына агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире итеп эшкә саҡыралар.
1973—1990 йылдарҙа — КПСС-тың Салауат район комитетының өсөнсө секретары.
2015 йылда вафат була.
2020 йылдың февралендә Салауат районы йәмәғәтселеге Мәрйәм Ғатаулла ҡыҙының тыуыуына 85 йыл тулыуҙы билдәләне[3].
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ике бала әсәһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Физакәр хеҙмәт өсөн. В. И. Ленинға 100 йәш тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы
КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС, БАССР Юғары Советы, ВЛКСМ, Тыныслыҡты яҡлау Совет Комитетының Почёт Грамоталары[4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Хеҙмәт ветераны М. Ғ. Кәримованың архив фонды 2021 йылдың 8 май көнөндә архивланған.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
- ↑ Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 декабрь 2020)
- Хеҙмәт ветераны М. Ғ. Кәримованың архив фонды 2021 йылдың 8 май көнөндә архивланған.