Иҫке Ҡолшәрип
Иҫке Ҡолшәрип (Башҡорт; рус. Старокульшарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районындағы ауыл. Иҫке Ҡолшәрип ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географик урынлашыуы
Оло Кинәл йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башҡорттарының ауылы. Башҡорт старшинаһы Ҡолшәрип буйынса аталған[2].
Ырымбур губернаһы (1851 йылдан Һамар губернаһы) Боғорослан өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 4-се бүлегенә керә[3].
Халыҡ һаны
| 2010[4] |
|---|
| 913 |
Билдәле шәхестәре
- Дан Кинельский (ысын исеме — Абдулла Мәхмүтйән улы Иҙрисов; 15 декабрь 1896 йыл — 5 ноябрь 1982 йыл) — педагог. Ҡөрьәнде башҡорт теленә тәржемә итеүсе. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1956). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ғәтиәтуллин Мамун Лотфулла улы (14.02.1924 — 27.05.2025) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Гвардия сержанты[5]. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ҡасабаһында спирт заводы директоры (1962). Стәрлетамаҡ ҡала һөт заводы директоры. Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы (2017)[6]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Попов С. Заселение Асекеевского района // «Южный Урал», 5 апреля 1984.
- ↑ История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 186-188. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ Гатиятуллин Мамун Лутфуллинович
- ↑ Екатерина Климович. Директор, прошедший войну. 30-12-2023. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.