Яңы Ҡолшәрип

Яңы Ҡолшәрип (Яңы Башҡорт; рус. Новокульшарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районындағы ауыл. Иҫке Ҡолшәрип ауыл биләмәһе составына керә.

Географик урынлашыуы

Оло Кинәл йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ҡыпсаҡ ҡәбиләһе башҡорттарының ауылы. 1780-се йылдарҙа Иҫке Ҡолшәрип ауылы халҡы тарафынан нигеҙләнгән[2].

Ырымбур губернаһы (1851 йылдан Һамар губернаһы) Боғорослан өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 4-се бүлегенә керә[3].

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[4]
192

Иҫкәрмәләр

  1. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  2. Попов С. Заселение Асекеевского района // «Южный Урал», 5 апреля 1984.
  3. История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 186-188. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.

Һылтанмалар