Яңы Солтанғол (Ырымбур өлкәһе)

Яңы Солтанғол (рус. Новосултангулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районындағы ауыл. Яңы Солтанғол ауыл биләмәһе үҙәге.

Географик урынлашыуы

Оло Киңел йылғаһының уң яҡ яры буйында урынлашҡан.

Тарихы

Ҡыпсаҡ ырыуы башҡорттарының ауылы. Солтанғол ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән. XIX быуаттың икенсе яртыһында ауыл Яңы Солтанғол һәм Иҫке Солтанғол ауылдарына бүленгән.

Ырымбур губернаһы (1851 йылдан Һамар губернаһы) Боғорослан өйәҙе ҡарамағында була. 1889 йылда Яңы Солтанғол улусы үҙәге була, бында 242 ихатала 3630 кеше йәшәгән. 1929 йылда ауылда 252 ихатала 1271 кеше йәшәгән.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[2]
721

Әҙәбиәт

  • История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 186-188. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.

Һылтанмалар