Оло Киңел (Һамар ҡушылдығы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Оло Киңел
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе и Һамар өлкәһе
Дәүләт
Бассейн майҙаны 14 900 км²
Ҡушылдыҡ Кесе Киңел, Чекала, Аманаҡ, Башкирка (Оло Киңел ҡушылдығы), Оло Ҡыҫала, Буръяҡ, Егән (йылға), Иреүес, Загрудка, Ҡондоҙло (йылға), Көлсөм, Ҡортамаҡ (Оло Киңел ҡушылдығы), Ҡотлоғош, Көтөүлек, Лоренка, Мортаҙа, Нәсиғәй, Петровская (йылға), Һарыбай (Оло Киңел ҡушылдығы), Савруха, Савруша, Салын, Үмәр (йылға), Харитоновка (Оло Кинель ҡушылдығы), Шарлы (Оло Киңел ҡушылдығы), Яновка (Оло Кинель ҡушылдығы), Тархан (Оло Киңел ҡушылдығы), Ҡарамалы (Оло Киңел ҡушылдығы), Ерекле, Черновка[d] и Кармалка[d]
Һыу сығымы 34 м³/с
Ҡайҙа ҡоя Һамар (Волга ҡушылдығы)
Оҙонлоҡ
  • 442 km
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 27 метр
Рәсем
Һыу башы Дөйөм Һырт
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Бассейн категорияһы Категория:Оло Киңел бассейны[d]
Донъя ҡитғаһы Европа
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Оло Киңел (рус. Большой Кинель) — Рәсәйҙәге йылға, Һамар өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Һамар йылғаһына ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 422 км.

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Түбәнге Волга һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Оло Киңел башынан тамағына тиклем, Көтөүлек йылғаһынан башҡа (инешенән Көтөүлек һыуһаҡлағысына тиклем). Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — өҫтәмә бассейны юҡ, йылға бассейны — Волга, Куйбышев һыуһаҡлағысы үренән Каспий диңгеҙенә ҡушылғанға тиклем[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 11010000812112100007633
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 112100763
  • Бассейн коды — 11.01.00.008
  • ГӨ буйынса томы — 12
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылға тарихи Башҡортостан ерҙәрендә аға һәм атамаһы ла башҡорт телендәге "киң" һүҙенән сыҡҡан булыуы ихтимал. Был хаҡта "Самарская топонимика"(авторҙары В.Ф. Барашков, Э.Л. Дубман и Ю.Н. Смирнов) тигән китапта былай тип яҙылған: «слово «Кинель» имеет свое происхождение из тюркских языков... Сравните татарское «кин» - «широкий», «широко», «киняю» - «шириться, расширяться, увеличиваться», «кинеюле» - «расширяемый». В тюркских же языках известны нарицательные «ел», «ёл» в значении «река», «речной путь». Отсюда Кинель – «широкая, расширяющаяся (во время половодья) река»[3]. Был осраҡта татар теленән генә түгел, ә башҡорт теленән дә сыҡҡан һүҙ тип әйтергә мөмкин. Йәғни гидроним киң һүҙенә -ел тигән суффикс ҡушылыу юлы менән яһалған. Был суффикс, авторҙар бәйән иткәнсә", юл һүҙенән үҙгәреп киткән булыуы ла мөмкин.

Киңел атамалы йылғалар икәү. Оҙонорағы, тулы һыулырағы дәүмәленән сығып Оло Киңел тип атала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Оло Кенәле.
  3. Кинель//Историческая Самара

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Барашков В.Ф., Дубман Э.Л., Смирнов Ю.Н. Самарская топонимика.. — Самара.: Изд-во Самарского гос. ун-та, 1996.. — :1-190. с.