Ҡолсом
Ҡолсом (рус. Кульчумово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
Ҡолсом ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың ҡара ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[3].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.