Түбәнге Асҡар

Түбәнге Асҡар (рус. Нижнеаскарово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Оло Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Түбәнге Асҡар ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була[2].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә.

1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә.

Халыҡ һаны

Халҡы иҫәбе
2010[1]
108

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.

Тема буйынса өҫтәмә