Һунарсы (ауыл)

Һунарсы (рус. Сунарчи) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.

Тарихы

Һунарсы (Үрге Сәнкем) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға Биктимер ауылы кешеләре нигеҙ һала[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә.

1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[4] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[5].

Халыҡ һаны

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2][3]
1795 1816 1834 1866 1889 1892 1900 1917 1926
62 70 186 178 177 112 129 407 238
Халҡы иҫәбе
2010[1]
261

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 82 % тәшкил итә[6].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  6. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә