Райман (Ырымбур өлкәһе)

Райман (рус. Райманово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Оло Эйек йылғаһы Һаҡмарға ҡушылған урында урынлашҡан.

Тарихы

Райман (Айыу) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Ауылдың икенсе атамаһы үҫәргән башҡорттарының айыу араһына бәйле[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.

Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.

Халыҡ һаны

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3]
1795 1834 1866 1900
161 280 186 170
Халҡы иҫәбе
2010[1]
14

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 78 % тәшкил итә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 39. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Тема буйынса өҫтәмә