Солтанбай

Географик урынлашыуы

Ҡаҫмарт йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы

Солтанбай (Һолтанбай, Уртауыл) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында була. Биктимер ауылы кешеләре тарафынан Һунарсы (Үрге Сәнкем) һәм Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылдары нигеҙләнгән. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала[2].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына индерелә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә.

Аҙаҡ Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә.

Халҡы

undefined
Ауыл башҡорттарының иҫәбе[2]
1816 1834 1866 1889 1892 1900 1926
50 171 95 65 57 68 57
Халҡы иҫәбе
2010[1]
15

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.

Тема буйынса өҫтәмә