Ҡабан (Ырымбур өлкәһе)

Ҡабан (рус. Кабанкино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.

Тарихы

Ҡабан ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың ҡара ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала. Риүәйәт буйынса Биктимер һәм Ҡабан ауылдарын нигеҙләгән Биктимер һәм Ҡабан ағалы-ҡустылар булғандар[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.

Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.

Халыҡ һаны

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3]
1795 1834 1866 1900
108 256 260 253
Халҡы иҫәбе
2010[1]
468

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда татарзар — 58,8%, башкорттар — 35,1%, казахтар — 2,6%, урыслар — 2,4% йәшәй.[5][6]

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 45, 47. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. 2010 елгы җанисәп алу базасы. 2015 йылдың 15 сентябрь көнөндә архивланған.
  6. Милләтне әйтмәгән кешеләрне исәпләмичә

Тема буйынса өҫтәмә