Сәнкем-Биктимер
Сәнкем-Биктимер (рус. Чанким-Биктимирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға Биктимер ауылы кешеләре нигеҙ һала. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала[1]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[2].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[3] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[4].
Халыҡ һаны
Билдәле шәхестәре
- Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы (3.12.1932), яҙыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.