Биктимер (Ырымбур өлкәһе)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Биктимер
51°54′21″ с. ш. 56°03′04″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Ырымбур өлкәһе
Муниципаль район Һарыҡташ
Тарихы һәм географияһы
Тәүге телгә алыу 1776
Сәғәт бүлкәте UTC+5:00
Халҡы
Халҡы 258[1] кеше (2010)
Конфессиялар мосолмандар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 462128
Автомобиль коды 56
ОКАТО коды 53 241 828 002
ОКТМО коды 53 641 428 106
ГКГН номеры 0074723
Показать/скрыть карты
Биктимер (Ырымбур өлкәһе) (Рәсәй)
Биктимер
Биктимер (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Биктимер
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Биктимер (рус. Биктимирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Географик урынлашыуы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.

Биктимер ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың сәнкем ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала. Риүәйәт буйынса ауылға Нөгөш буйынан Һаҡмар үҙәненә күсеп килгән Биктимер, Аҡкилде һәм Ҡолбәк нигеҙ һала. Икенсе риүәйәт буйынса Биктимер һәм Ҡабан ауылдарын нигеҙләгән Биктимер һәм Ҡабан ағалы-ҡустылар булғандар. Биктимер ауылы кешеләре тарафынан Һунарсы (Үрге Сәнкем) һәм Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылдары нигеҙләнгән. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.

Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3]
1795 1834 1866 1900
226 360 377 346
Халыҡ һаны
2010[1]
258

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 42 % тәшкил итә[5].

  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 45, 47. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  • Вахитов Г. И. Село Биктимирово. — Уфа: Информреклама, 2004. — 216 с.