Ырыҫҡол (Ырымбур өлкәһе)

Географик урыны

Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.

Тарихы

Ырыҫҡол (Этбай) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була[3]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1769 йылда телгә алына[4]. 1917 йылда Үрге Ырыҫҡол (247 кеше), Урта Ырыҫҡол (264 кеше) һәм Түбәнге Ырыҫҡол (176 кеше) ауылдары теркәлгән.

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[5] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[6].

Халҡы

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3][4]
1795 1816 1834 1866 1889 1892 1900 1920 1926
93 28 504 492 542 492 431 709 151
Халҡы иҫәбе
2010[7]
120

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 90 % тәшкил итә[8].

Билдәле шәхестәр

Иҫкәрмәләр

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
  3. 1 2 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  4. 1 2 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  5. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  6. Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2015. 2020 йылдың 25 сентябрь көнөндә архивланған.
  7. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 июнь 2014. Архивировано 27 октябрь 2014 года.
  8. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә