Иҫке Мөкмин

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Иҫке Мөкмин
53°28′52″ с. ш. 53°04′35″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Ырымбур өлкәһе
Муниципаль район Әсекәй районы
Тарихы һәм географияһы
Халҡы
Халҡы
Милли составы татарҙар
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 461726
Автомобиль коды 56
ОКАТО коды 53 207 843 001
ОКТМО коды 53 607 443 101
Показать/скрыть карты
Иҫке Мөкмин (Рәсәй)
Иҫке Мөкмин
Иҫке Мөкмин (Ырымбур өлкәһе)
Иҫке Мөкмин

Иҫке Мөкмин (Мөкмин, Тамьян; рус. Старомукминово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Әсекәй районындағы ауыл. Иҫке Мөкмин ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Оло Кинәл йылғаһы буйында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тамъян ҡәбиләһе башҡорттарының ауылы. Тамъян шәжәрәләренең береһенә ярашлы, ауылға нигеҙ һалыусы Мөьмин (Мөкмин) һәм уның улдары Ғабдрахман, Ҡорбанғәли, Хисаметдин, Вәлит, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе һәм Мәләүез райондарының тамъян башҡорттарының ауылдары (Төкән, Түләк, Илкәнәй, Бәләкәй Илкәнәй (Бәләкәй Муса), Моҡас, Муса (Иҫке Муса)) халҡы менән туған булғандар[2].

Ырымбур губернаһы (1851 йылдан Һамар губернаһы) Боғорослан өйәҙе ҡарамағында була. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 4-се бүлегенә керә[3].

1900 йылда 3 һыу тирмәне, 1 мәҙрәсә, 2 мәсет теркәлгән[3].

Иҫке Мөкмин ауылы халҡы күрше Шаммас һәм Игенселәр ауылдарына нигеҙ һалған[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ иҫәбе
2010[4]
565

1816 йылда 207 башҡорт, 1834 йылда — 392 башҡорт, 1859 йылда — 829 башҡорт йәшәгән. 1900 йылда — 1648 кеше, 2010 йылда 565 кеше теркәлгән[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  2. Башкирские родословные / [Составление, предисловия, пояснения к переводу, перевод на русский язык, послесловие Р. М. Булгакова, М. X. Надергулова; указатели, факсимиле Р. М. Булгакова]. 2-е изд., испр. и доп. — Уфа: Китап, 2016. — С. 129-134. — 480 с. — ISBN 978-5-295-06373-2.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 История башкирских родов. Тамъян. Том 32. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 186-188, 193. — 728 с. — ISBN 978-5-295-070558-7.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.