Нефть сығарыу

Нефть сығарыу (рус. Нефтедобыча) — нефть сәнәғәте тармағы, тәбиғи файҙалы ҡаҙылма — нефть сығарыу менән шөғөлләнгән иҡтисад тармағы.

Нефть сығарыу — ҡатмарлы процес, ул үҙ эсенә геологик разведка, быраулау һәм скважиналар төҙөү, уларҙы ремонтлау, сығарылған нефтте һыуҙан, көкөрттән, парафиндан таҙартыу һәм башҡа күп нәмәләрҙе ала.

undefined

Нефть сығарыу ысулдары

Нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү нефть скважиналары төҙөү, шахта ысулы, карьер ысулы, ысулдарҙы берләштереү юлы менән башҡарыла.

Скважина шыйыҡсаһын сығарыу ысулдары буйынса хәҙерге нефть сығарыу ысулдары түбәндәгеләргә бүленә:

  • фонтан (флюидтың сығышы продуктив ҡатламдағы баҫым һәм скважина тамағындағы баҫым айырмаһы иҫәбенә бара)
  • газлифт (нефть сығарыу)
  • насос-компрессор ярҙамында сығарыу һ.б.

Тарихы

undefined

Нефть кешелеккә боронғо замандарҙан билдәле. Евфрат ярында ҡаҙыныуҙар беҙҙең эраға тиклем 6000 — 4000 йылдарҙа нефть промыслаһы булыуы асыҡлай. Ул ваҡытта яғыулыҡ сифатында ҡулланылған, ә нефть битумын төҙөлөштә һәм юл төҙөүҙә ҡулланғандар.

Нефть Боронғо Мысырҙа ла билдәле булған, унда ул мәрхүмдәрҙе бальзамлау өсөн ҡулланылған. Плутарх һәм Диоскорид Боронғо Грецияла нефттең яғыулыҡ булараҡ ҡулланылыуын телгә ала. 2000 йыл самаһы элек уның ятҡылыҡтары Баҡы (Әзербайжан) янындағы Сурахандарҙа билдәле була. Борис Годунов осоронда Ухтанан Мәскәүгә килтерелгән «янар һыу — густа» тураһында мәғлүмәт XVI быуатҡа ҡарай.

XVIII быуаттан башлап нефтте таҙартырға тырышып ҡарайҙар, әммә XIX быуаттың икенсе яртыһына тиклем башлыса тәбиғи формаһында ҡулланыла. Рәсәйҙә ағалы-ҡустылы Дубининдар завод практикаһы менән (1823 йылдан), Америкала химик Б. Силлиман (1855) кәрәсин — яҡтылыҡ майын айырып алып булыуын иҫбатлағандан һуң ғына нефткә ҙур иғтибар бирелә. 19-сы быуат уртаһында нефть быраулау скважиналары ярҙамында сығарыла башлай.

Нефть өсөн беренсе скважина (разведка) Сәнәғәт ысулы менән Апшерон ярымутрауында 1847 йылда, беренсе эксплуатация скважинаһы 1864 йылда Кубандә Кудако йылғаһында быраулана. АҠШ-та беренсе скважина 1859 йылда быраулана[1].

Донъяла

Рәсәйҙә

Иҫкәрмәләр

  1. «Хронограф нефтяного и газового дела. Вехи истории техники и технологии бурения». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 ғинуар 2011. Архивировано 10 сентябрь 2014 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар