Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә химия фәндәре кандидаты[d] и ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] (2007)
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Ғилми исеме доцент
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө учёная
Тыуған урыны
Тыуған көнө 28 сентябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (70 йәш)

Ишморатова Наилә Мәүлитйән ҡыҙы (рус. Ишмуратова Наиля Мавлетзяновна; 28 сентябрь 1954 йыл) — ғалим-химик. Химия фәндәре кандидаты, ауыл хужалығы фәндәре докторы (2007), доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).

Наилә Мәүлитйән ҡыҙы Ишморатова (ҡыҙ фамилияһы Сафуанова) 1954 йылдың 28 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡандра районы[1] Бикмәт ауылында тыуған.

1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының химия факультетына уҡырға инә, уны 1976 йылда уңышлы тамамлай һәм СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Органик химия институтына эшкә ебәрелә.

1994 йылда — өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһына тәғәйенләнә.

Наилә Мәүлитйән ҡыҙының фәнни тикшеренеүҙәре бөжәктәрҙең түбән молекуляр биорегуляторҙарын (феромон һәм ювеноидтарын) синтезлауға, ауыл һәм урман хужалыҡтарында ҡулланыу өсөн уларҙың препаратив формаларын уйлап табыуға арналған.

Ғалим тарафынан шулай уҡ бал ҡортоноң синтетик юл менән алынған метаболиттары нигеҙендә умартасылыҡ һәм ветеринария өсөн препараттар сығарыуҙың фәнни йүнәлеше билдәләнә һәм үҫтерелә.

2007 йылда «ауыл хужалығы фәндәре докторы» дәрәжәһенә диссертация яҡлағандан һуң, төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

  • Биологически активные препараты для пчеловодства и ветеринарии на основе синтетически полученных метаболитов медоносной пчелы (Apis mellifera L.) и методы их применения: автореферат диссертации на соискание ученой степени доктора сельскохозяйственных наук: специальность 06.02.04 <Част. зоотехния, технология производства продуктов животноводства> / Ишмуратова Наиля Мавлетзяновна; Сибирский научно-исследовательский и проектно-технологический институт животноводства. - Новосибирск: 2006. - 48 с.; 21 см.
  • Монотерпеноиды в химии оптически активных феромонов насекомых. М, 2012 (соавтор).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2010).