Ёлкин Иван Сергеевич
Иван Сергеевич Ёлкин (1924 йылдың 22 марты, Покровка, Төмәнәк ауыл советы — 1991 йылдың 3 апреле, Гродно), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
Ёлкин Иван Сергеевич 1924 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Покровка ауылында тыуған[2].
Тулы булмаған урта белем ала, шунан һуң колхозда эшләй. 1942 йылдың авгусында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1943 йылдың авгусында Өфө пехота училищеһын тамамлай һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронтына ебәрелә. Көньяҡ-Көнбайыш, 3‑сө Украина һәм 1‑се Белоруссия фронттары составында һуғышы.
1945 йылдың ғинуарына гвардия лейтенанты Иван Ёлкин 266-сы гвардия уҡсылар полкының взводы менән командалыҡ итә (88-се гвардия уҡсылар дивизияһы, 28-се гвардия уҡсылар корпусы, 8-се гвардия армияһы, 1-се Белорус фронты). Польшаны азат итеүҙә батырлыҡ күрһәтә[3].
1945 йылдың 14 ғинуарында Висланың көнбайыш ярында Цицелювка ауылы районында дошман оборонаһын өҙөү ваҡытында Радомдан төньяҡ-көнсығышҡа табан 20 километр алыҫлыҡта Ёлкин взводы беренсе булып немец траншеяһына бәреп инә. Дошман контратакаға күскәс, Ёлкин граната менән үҙйөрөшлө орудиены шартлата, ә һуңынан үҙенең взводын һөжүмгә күтәрә. Был алышта взвод дошмандың 80-дән ашыу һалдатын һәм офицерын юҡ итә, артиллерия батареяһын ҡулға төшөрә. 25 ғинуарҙа взвод тәүгеләрҙән булып Познаниҙан 15 километр төньяҡтараҡ Вайссенбург ҡасабаһы (хәҙерге Бедруско) районында Варта аша сыға. Йылғаның көнбайыш ярында нығынып, Ёлкин ике яугиры менән йылға аша сыҡҡан подразделениеларҙы ут яҡлауын уңышлы тәьмин итә[3].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 24 мартындағы Указы менән «командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» гвардия лейтенанты Иван Ёлкин «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм 5818-се номерлы «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла[4].
Һуғыш бөткәндән һуң И. С. Ёлкин Совет Армияһында хеҙмәтен дауам итә. 1950 йылда Мәскәүҙә М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академия тамамлай. 1963 йылда подполковник дәрәжәһендә запасҡа сығарыла[3].
Артабан Белоруссияның Гродно ҡалаһында йәшәй. 1991 йылдың 3 апрелендә ошонда вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (24.03.1945)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (24.03.1945)
- Ленин ордены (24.03.1945)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (27.02.1945)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2025 йылдың 12 декабрендәге 613-сө Ҡарары менән Советтар Союзы Геройы Ёлкин Иван Сергеевичтың исеме Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының Туймазы ҡалаһы 4-сө урта дөйөм белем биреү мәктәбе дөйөм белем биреү автономиялы учреждениеһына бирелә[5];
- 2005 йылда Туймазы ҡалаһындағы Геройҙар аллеяһында Иван Ёлкинға һәйкәл ҡуйылған;[2]
- Туймазы районының Райман ауылы урамына Герой исеме бирелгән;[2]
- Покровка ауылында Иван Ёлкинға стелла ҡуйылған[6];
- Гродно ҡалаһының 2-се мәктәбе музейында Геройға арналған айырым бүлек эшләй[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы
- ↑ 1 2 3 4 5 И. Ғ. Кәримова. Ёлкин Иван Сергеевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (8 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026. (баш.)
- ↑ 1 2 3 Н. В. Уфаркин. Ёлкин Иван Сергеевич. Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Ёлкин Иван Сергеевич. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 12.12.2025 № 613 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (12 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2026. (рус.)
- ↑ Ёлкин Иван Сергеевич. Межпоселенческая центральная библиотека муниципального района Туймазинский район. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2026.
Әҙәбиәт
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
- Павлов, Б. Спросите вы у тишины… [Текст] / Б.Павлов // Славные сыны Башкирии: Очерки о Героях Советского Союза: Кн.3-я. — Уфа: Башкирское книжное изд-во, 1968. — С. 370—377.
- Ёлкин Иван Сергеевич [Текст] // Герои земли Туймазинской / Сост. А. М. Фазуллин. — Туймазы, 2012. — С.8.
- Ёлкин Иван Сергеевич [Текст] // Туймазинский вестник. — 2005. — 5 апр.
- Туймазинцы в годы Великой Отечественной войны [Текст] // Туймазинская земля: дела и люди. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2005. — С.36-65.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ёлкин Иван Сергеевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2026)
- Международный патриотический интернет проект «Герои страны». Ёлкин Иван Сергеевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2026)
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Ёлкин Иван Сергеевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2026)
- Федеральное государственное бюджетное учреждение культуры «Центральный музей Великой Отечественной войны 1941—1945 гг.» Музей Победы. Ёлкин Иван Сергеевич (баш.) (Тикшерелеү көнө: 24 февраль 2026)