Евдокимова Елена Викторовна

Евдокимова Елена Викторовна (30.8.1960) — филология фәндәре кандидаты (1995), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1].

Биографияһы

Елена Викторовна Евдокимова 1960 йылдың 30 авгусында Өфө ҡалаһында тыуған.

1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1985 йылда шунда уҡ эшкә саҡырыла[1][2].

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни тикшеренеүҙәре лингвофольклористика, лингвокультурология проблемаларына, С. Т. Аксаков ижадының лингвистик аспекттарын өйрәнеүгә арналған.

130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Урыҫ фольклорын йыйыу һәм өйрәнеү менән шөғөлләнә. Елена Викторовна етәкселегендә Башҡортостан Республикаһының Архангел, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Дыуан, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары буйлап үткәрелгән фольклор экспедицияларында боронғо урыҫ йырҙары («Чернышёв әсирлектә» («Чернышёв в плену»), «Александр I батшаның үлеме» «Смерть царя Александра I» һ. б.), балладалар («Ҡыҙ-ҡошсоҡ»-«Дочка­-пташка», «Ете йәшлек ҡыҙ»-«Девка­-семилетка», «Полковниктың үлеме» «Гибель полковника») һәм башҡа әҫәрҙәр яҙылған.

2019 йылда Өфөлә Өфө районы Ҡыҙылъяр (Өфө районы) ауылында яҙып алынған урыҫ халыҡ йырҙарынан торған «Калина­-малина в саду расцвела» йыйынтығын төҙөүсе[1].

«Таусень» рус халыҡ фольклор ансамбленең ойоштороусыһы һәм художество етәксеһе[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2016)[1]

Сығанаҡтар

Тема буйынса өҫтәмә