Алтын бутса
«Алтын бутса» (рус. Золотая бутса,ингл. European Golden Shoe) — УЕФА ағзаһы булған илдәрҙең милли чемпионаттарында йыл һайын иң яҡшы бомбардирға бирелә торған футбол наградаһы[1]. Тәүге тапҡыр 1968 йылда тапшырыла. 1997 йылдан Европа спорт баҫмалары ассоциацияһы (ингл. European Sports Media) һәм Adidas компанияһы ойоштороусылар булып тора.
Бер миҙгел эсендә иң күп мәрәй йыйған уйынсы еңеүсе була. Төрлө осорҙарында наградаға лайыҡлыларҙы билдәләү ҡағиҙәләре үҙгәреп тора. Әлеге ваҡытта был наградаға 35 уйынсы лайыҡ була, 1992 йылдан 1996 йылға тиклем тапшырылмай, әммә 1997 йылдан яңынан тергеҙелә[2].
Ҡағиҙәләр
1968—1991
Францияның L'Équipe гәзите Adidas компанияһы менән берлектә ябай ҡағиҙәләр уйлап сығара: иң күп гол индергән уйынсы (чемпионаттың кимәленә һәм оҙайлығына ҡарамай) еңеүсе була. Был осорҙа ҡағиҙәләрр боҙолоуы күп тапҡы күҙәтелә[3]. Шуға ҡарамаҫтан, премия ошо ҡағиҙәләр буйынса 1991 йылға тиклем бирелә.
1992—1996
Был осорҙа Кипр футбол федерацияһының протесы арҡаһында бүләкләү тантанаһы туҡтатыла. Ул Кипр чемпионаты уйынсыһы 1991 йылдағы премия еңеүсеһе булырға тейеш ине, тип белдерә[3]. Әммә Адидас компанияһы етәкселегендә рәсми булмаған бүләкләү тантанаһы дауам итә.[4].
1997 йылдан хәҙерге ваҡытҡа тиклем
1997 йылда European Sports Media еңеүсене билдәләү системаһын яңынан эшләй. Шул ваҡыттан алып мәрәйҙәр һаны түбәндәгесә билдәләнә: уйынсы индергән голдарҙың суммаһы чемпионаттың тейешле коэффициентына ҡабатлана[5]. Иң көслө 5 чемпионатта туп индереү ике мәрәйгә тиң, 6-нан 21-гә тиклем — 1,5 мәрәй, ҡалғандары — 1 мәрәй. Был система объективыраҡ булып китте, сөнки лигаларҙың кимәле бер-береһенән айырыла.
2019/20 йылдар миҙгеленән башлап, әгәр ике йәки унан да күберәк уйынсы миҙгелде бер үк күләмдә мәрәй менән тамамлаһа, футбол майҙанында иң әҙ ваҡыт үткәргән уйынсы бүләкләнә.
Эйә булыусылар
Айырым төҫ менән билдәләнгән: Бүләкте бер тапҡырҙан күберәк алған уйынсылар Рәсми булмаған бүләкләү Adidas Бүләге тартып алынған уйынсылар
Әлеге ваҡытта
- 2023-06-05 ҡарата
| М | Уйынсы | Клуб(тар) | Милли чемпионат | Гол | Коэфф. | Балл |
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1 | Манчестер Сити | 36 | 2,0 | 72 | ||
| 2 | Тоттенхэм Хотспур | 30 | 2,0 | 60 | ||
| 3 | Пари Сен-Жермен | 29 | 2,0 | 58 | ||
| 4 | Лион | 27 | 2,0 | 54 | ||
| 5 | Наполи | 26 | 2,0 | 52 | ||
| 4 | Лилль | 24 | 2,0 | 48 | ||
| 7 | Барселона | 23 | 2,0 | 46 | ||
| 8 | Фенербахче | 29 | 1,5 | 43,5 | ||
| 9 | Интер | 21 | 2,0 | 42 | ||
| 10 | Ланс | 21 | 2,0 | 42 |
Статистика
Иң күп бүләкләнгән уйынсылар
| Уйынсы | Ил | Бүләктәр | Йылдар |
|---|---|---|---|
| Лионель Месси | 6 | 2010, 2012, 2013, 2017, 2018, 2019 | |
| Криштиану Роналду | 4 | 2008, 2011, 2014, 2015 | |
| Роберт Левандовский | 2 | 2021, 2022 | |
| Луис Суарес | 2 | 2014, 2016 | |
| Эйсебио | 2 | 1968, 1973 | |
| Герд Мюллер | 2 | 1970, 1972 | |
| Дуду Джорджеску | 2 | 1975, 1977 | |
| Фернанду Гомеш | 2 | 1983, 1985 | |
| Алли Маккойст | 2 | 1992, 1993 | |
| Марио Жардел | 2 | 1999, 2002 | |
| Тьерри Анри | 2 | 2004, 2005 | |
| Диего Форлан | 2 | 2005, 2009 |
Клубтар буйынса
| Команда | Бүләктәр |
|---|---|
| 8 | |
| 4 | |
| 4 | |
| 3 | |
| 3 | |
| 2 | |
| 2 | |
| 2 | |
| 2 | |
| 2 | |
| 2 | |
| 1 |
Илдәр буйынса
|
Футбол лигалары буйынса
|
Иҫкәрмәләр
- ↑ Golden Boot («Soulier d’Or») Awards (ингл.). rsssf.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2021. Архивировано 5 сентябрь 2019 года.
- ↑ de la Rivière, Richard The History of the Golden Boot (ингл.). richarddelariviere.co.uk (9 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2012. Архивировано из оригинала 8 октябрь 2014 года.
- ↑ 1 2 Золотая бутса. football-zona.narod.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2012. Архивировано 6 октябрь 2011 года.
- ↑ Sport News (ингл.). sportsnews247.blogspot.com (10 июль 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2012. Архивировано 17 май 2012 года.
- ↑ Архивированная копия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2012. Архивировано из оригинала 25 май 2012 года.
- ↑ Хавин, Валентин Европа / Румынский футбол. intertrend.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 февраль 2012. Архивировано из оригинала 26 ноябрь 2011 года.
- ↑ «Золотую бутсу» в этом сезоне разделили Анри и Форлан. NEWSru (31 май 2005). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 февраль 2013. Архивировано 21 май 2014 года.
Һылтанмалар
- eusm.eu/item/goldenshoe_… — награды рәсми сайты (инг.)
- Список победителей с сезона 1980/81 2021 йылдың 22 ғинуар көнөндә архивланған.
- Текущий рейтинг 2021 йылдың 3 март көнөндә архивланған.