Эйсебио

Эузебиу да Феррейра Силва (порт. Ferreira Eusébio da Silva; португалса әйтелеше: [ˈsiɫvɐ ewˈzɛβju fɨˈʁɐjɾɐ ðɐ]; 25 ғинуар 1942 йыл — 5 ғинуар 2014 йыл), Эузебиу булараҡ нығыраҡ билдәле (СССР һәм Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында Эйсебио тип яҙыу ҡалыплашҡан) — Мозамбик сығышлы Португалия футболсыһы, һөжүмсе. Африканан сыҡҡан беренсе бөйөк футболсы. Лиссабондың «Бенфика»һы һәм Португалия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһауы менән билдәле. «Бенфика» составында 715 уйын уйнай (иптәштәрсә матчтарҙы ла индереп) һәм 727 гол керетә[6]. Португалия йыйылма командаһы өсөн 64 уйын уйнай, 41 гол индерә[7][8].

1966 йылғы Донъя чемпионатының бронза призеры. 11 тапҡыр Португалия чемпионы, биш тапҡыр Португалия Кубогын яулаусы, 1961/62 йылдар миҙгелендә Европа чемпиондары кубогына эйә була[9], Төньяҡ Америка футбол лигаһы чемпионы

1954—2003 йылдарҙа Португалияның иң яҡшы футболсыһы[10][11], 1965 йылда Европаның иң яҡшы футболсыһы[12][13], ике тапҡыр Португалияның иң яҡшы футболсыһы (был исемгә иң беренсе эйә була)[14], 1966 йылғы чемпионаттың иң яҡшы бомбардиры[15], Португалия чемпионатының ете тапҡыр иң яҡшы бомбардиры[16], Европа чемпиондары кубогының өс тапҡыр иң яҡшы бюомбардиры[17][18][19], ике тапҡыр «Алтын бутса» яулай (уның беренсе эйәһе)[20][21][22]. МФФИИС версияһы буйынса XX быуаттың иң яҡшы футболсылары исемлегендә туғыҙынсы урында тора[23], МФФИИС версияһы буйынса XX быуатта Европаның иң яҡшы футболсылары исемлегендә алтынсы урында[24], World Soccer версияһы буйынса XX быуаттың бөйөк футболсылары исемлегендә унынсы урында[25], Placar версияһы буйынса XX быуаттың 100 бөйөк футболсыһы исемлегендә[26], Sportivo[27] Foot һәм Planète[28] версияһы буйынса XX быуаттың 50 бөйөк футболсыһы исемлегендә, ФИФА 100 исемлегенә инә[29], барлыҡ замандарҙа ла Португалия чемпионатының иң яҡшы бомбардирҙары исемлегендә икенсе урында тора, 1966 йылдан илдең символик йыйылма командаһы ағзаһы.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 UEFA.com (ингл.) — 1998.
  2. 1 2 Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Eusebio // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. 1 2 http://www.estadao.com.br/noticias/esportes,idolo-do-futebol-portugues-eusebio-morre-aos-71-anos,1115152,0.htm
  5. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr. — New York City: OUP, 2012. — ISBN 978-0-19-538207-5
  6. Президент наградит Эусебио
  7. matches played for national team by Eusébio
  8. Eusébio Ferreira da Silva — Goals in International Matches
  9. 1961/62: Триумф имени Эусебио //ru.uefa.com
  10. Золотой список 2018 йылдың 1 ғинуар көнөндә архивланған.
  11. The UEFA Jubilee 52 Golden Players
  12. France Football Ballon d’Or winners 2012 йылдың 15 февраль көнөндә архивланған.
  13. European Footballer of the Year («Ballon d’Or») 1965
  14. Portugal — Footballer of the Year
  15. 1966 FIFA World Cup England Golden Shoe 2013 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған.
  16. Portugal — List of Topscorers
  17. Champions' Cup 1964-65
  18. Champions' Cup 1965-66
  19. Champions' Cup 1967-68
  20. Winners of the Golden Boot (1968—1991)
  21. Golden Boot («Soulier d’Or») Awards
  22. European Golden Shoe
  23. World — Player of the Century
  24. Europe — Player of the Century
  25. World Soccer 100 Players of the Century
  26. Placar’s 100 Craques do Século
  27. Guerin' Sportivo’s I 50 Grandi del Secolo by Adalberto Bortolotti
  28. Planète Foot’s 50 Meilleurs Joueurs du Monde
  29. FIFA 100

Тема буйынса өҫтәмә