Рәсәй 2024 йылғы йәйге Олимпия уйындарында

Рәсәй исеменән Францияның баш ҡалаһы Парижда үткән 2024 йылғы йәйге Олимпия уйындарында 5 спорт төрөндә 15 спортсы нейтраль статуста сығыш яһай.

Халыҡ-ара олимпия комитеты ҡарары

Украинала махсус хәрби операция башланғандан һуң, Халыҡ-ара олимпия комитеты халыҡ-ара спорт федерацияларына рәсәйҙәрҙе ярыштарға индермәҫкә тәҡдим итә. Әммә март айында уҡ шәхси атлеттарға нейтраль статуста сығыш яһарға рөхсәт бирә[1].

2022 йылдың октябрендә Халыҡ-ара олимпия комитеты үҙенең составына ДНР, ЛНР, Херсон һәм Запорожье өлкәләренең олимпия советтарын индергән өсөн Рәсәй Олимпия комитетын Уйындарҙан ситләтә[2].

30 ил Рәсәй спортсыларының Олимпиадала ҡатнашыуына ҡаршы була, ләкин Халыҡ-ара олимпия комитеты 2023 йылдың декабрендә сығыш яһарға рөхсәт итә[3]. Шул уҡ ваҡытта комитет Парижға барасаҡ атлеттарға талаптар билдәләй:

  • Олимпиадала нейтраль статуста ғына сығыш яһарға мөмкин
  • Спортсылар үҙҙәрен шәхсән үҙҙәре күрһәтә, шуға күрә асыу тантанаһында команда булараҡ ҡатнаша алмаясаҡ
  • Теләһә ниндәй дәүләт символикаһы ла тыйыла. Халыҡ-ара олимпия комитеты Рәсәй атлеттары өсөн яңы флаг һәм гимн уйлап таба
  • Яуланған миҙалдар Уйындарҙың дөйөм зачётында иҫәпкә алынмай
  • Уйындарға халыҡ-ара ярыштарҙа олимпия лицензияһын алғандарға ғына рөхсәт ителә
  • Рәсәй көс структураларына ҡағылышы булған һәм Махсус хәрби операцияны асыҡтан-асыҡ хуплаған спортсылар Олимпия уйындарына индерелмәй
  • Рәсәй команда спорт төрҙәренең береһендә лә ҡатнаша алмай

Рәсәйҙең реакцияһы

2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Олимпия комитеты менән Спорт министрлығына рәсәйҙәрҙең Олимпиадала ҡатнашыуы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡуша[4]. Мартта Рәсәй Олимпия комитеты Уйындарға бойкот иғлан итмәҫкә ҡарар итә, әммә Парижға нейтраль статуста барған спортсылар ойошма ярҙамына иҫәп тота алмай[5].

Әммә быға тиклем үк бер төркәм Рәсәй атлеттары һәм спорт федерациялары Халыҡ-ара олимпия комитеты талаптарына риза булмай һәм Францияла сығыш яһауҙан баш тарта. Мәҫәлән, спорт һәм художество гимнастикаһы, йөҙөү, һыуға һикереү, уҡтан атыу, фехтование, ауыр һәм еңел атлетика, бокс, синхрон йөҙөү, бадминтон, ат спорты, өҫтәл теннисы һәм триатлон вәкилдәре. Халыҡ-ара олимпия комитеты башлығы Томас Бахтың апрель айында Рәсәй спортына ҡарата бер нисә киҫкен сығышынан һуң[6], Рәсәй ишкәк спорты федерацияһы Уйындарҙа ҡатнашыуҙан баш тарта[7]. Парижға барыуҙан баш тартыу ҡарарын Ҡырым атлеттары ла хуплай[8].

Уйындарҙа ҡатнашыусылар

Олимпиадаға нейтраль статуста барырға ниәттәре тураһында көрәш, дзюдо, тхэквондо, батутта һикереү, теннис, елкән спорты һәм велоспорт вәкилдәре белдерә. Олимпия юлламаһына 14 Рәсәй көрәшсеһе дәғүә итә. Лицензиялар апрелдә Баҡыла Европа квалификация турнирында уйнатыла.

2024 йылдың мартында Халыҡ-ара олимпия комитетында белдереүҙәренсә, олимпия лицензияларын 12 рәсәйле: дзюдосылар Рамазан Абдулаев, Махмадбек Махмадбеков, Давид Карапетян, Михаил Игольников, Матвей Каниковский, Инал Тасоев, Сабина Гилязова, Дарья Курбонмамадова, Мадина Таймазова һәм Элис Старцева ала.

2024 йылдың майында Олимпия лицензияһын ишкәкселәр Алексей Коровашков һәм Иван Штыль яулай[9].

Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарында ҡатнашырға рөхсәт ителгән Рәсәй спортсыларының исемлеген 18 июлдә раҫлай. Исемлектә 15 атлет:

Олимпиаданан һуң

2024 йылдың декабрендә Рәсәй хөкүмәте Париждағы Олимпия уйындарында Рәсәй миҙалсыларына бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата бүләк күләмен билдәләй. Алтын миҙал өсөн — 4 миллион һум, көмөш өсөн — 2,5 миллион һум, бронза өсөн — 1,7 миллион һум түләнәсәк. Парлы разрядта көмөш миҙал алған тенниссылар Мирра Андреева һәм Диана Шнайдер уҙған Уйындарҙа Рәсәйҙән берҙән-бер миҙал яулаусылары[10].

Иҫкәрмәләр

  1. МОК рекомендовал допускать российских спортсменов к соревнованиям в нейтральном статусе. tass.ru (28 март 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  2. IOC Executive Board suspends Russian Olympic Committee with immediate effect. olympics.com (12 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  3. Томас Бах объяснил решение МОК о допуске российских и белорусских спортсменов. tass.ru (14 декабрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  4. Путин поручил ОКР и Минспорту сформировать предложения по участию россиян в Олимпиаде. tass.ru (25 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  5. «Россия не поможет». Что означает решение ОКР для нейтральных атлетов. rbc.ru (15 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  6. МОК просил украинцев следить за высказываниями россиян в интернете – Томас Бах в разговоре с пранкерами Вованом и Лексусом. sports.ru (2 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  7. Российские гребцы не примут участия в отборе к Олимпийским играм в Париже. tass.ru (2 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  8. Аксенов: крымские спортсмены приняли решение не участвовать в Олимпийских играх в Париже. tass.ru (3 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2024.
  9. Российские каноисты завоевали лицензию на Олимпиаду-2024 (8 май 2024). 8 май 2024 тикшерелгән.
  10. Кабмин утвердил денежное вознаграждение российским призерам Олимпиады в Париже. 17 декабрь 2024 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар