Мэн (штат)
Мэн[1][2] (ингл. Maine [ˈmeɪn]) — АҠШ-тың төньяҡ-көнсығышындағы штат; Яңы Англияның бер өлөшө. 2011 йылғы мәғлүмәт буйынса, Мэнда 1 328 188 кеше йәшәй (АҠШ штаттары араһында 41-се урын). Баш ҡалаһы — Огаста, иң эре ҡала — Портленд.
Штат биләмәһенең төп халҡы алгонкин телдәрендә һөйләшкән индеецтар булған. Европалыларҙың тәүге торағы француздар тарафынан 1604 йылда Изге Тәре утрауында булдырыла. Беренсе инглиз торағын 1607 йылда Плимут компанияһы нигеҙләй.
Һылтанмалар
- ↑ Соединенные Штаты Америки // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 168—169. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 243.