Рәсәй 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында

Рәсәй 1912 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Рәсәй Олимпия комитеты исеменән сығыш яһай. Рәсәй империяһынан 181 спортсы Олимпия уйындарының 14 төрөндә ҡатнаша.

Йыйылма составы

Рәсәй спортсылар командаһы менән кенәз Дмитрий Романов[2] етәкселек итә.

Спортсыларҙың барыһы ла ир-егеттәр була, уларҙың күбеһе Балтик буйы губерналары Эстляндия һәм Лифляндиянан, шулай уҡ Санкт-Петербургтан.

Йыйылма команда уңышлы сығыш яһамай, бары тик 5 миҙал ғына яулай һәм улар араһында бер алтын да булмай. Был һөҙөмтә Рәсәй спортсыларының насар әҙерлегенә бәйле. Йыйылма команда өсөн данлыҡлы фигурист, 1908 йылда фигуралы шыуыу буйынса Олимпиада чемпионы Николай Панин (атыуҙа), XX быуат башындағы иң яҡшы Рәсәй тенниссыһы Сумароков-Эльстон, көрәшсе Мартин Клейн (фин Альфредом Асикайнен менән 12 сәғәт тиерлек көрәшә), кенәз Дмитрий Павлович һәм башҡа күренекле спортсылар сығыш яһай.

Призёрҙар

Көмөш

Көмөш
Спортсы Спорт төрө (дисциплина)
1 Амос Каш
Николай Мельницкий
Павел Войлошников
Георгий Пантелеймонов
Атыу, 30 м (команда)
2 Мартин Клейн Көрәш (Грек-рим көрәше, 75 кг тиклем]])

Спорт төрҙәрендә

Спорт төрө Алтын Көмөш Бронза Барлығы
Атыу 0 1 1 2
Көрәш 0 1 0 1
Академик ишеү 0 0 1 1
Елкән спорты 0 0 1 1

Судьялар составы

Олимпиадаға Рәсәй империяһынан өс судья саҡырыла:

Иҫкәрмәләр

  1. Включая прыжки в воду в качестве отдельного вида спорта. В соответствии с официальным отчётом МОК прыжки в воду были включены в плавание.
  2. Забытая русская олимпиада. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2016. Архивировано из оригинала 5 март 2016 года.

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Соболев П. А. Олимпия, Афины, Рим. М.: Физкультура и спорт, 1960. — С. 450.

Тема буйынса өҫтәмә