Олимпия анты

Олимпия анты — Олимпия уйындарын асыу тантанаһындағы традицион йола, спорт сараһында йәштәрҙе берләштереү идеяһын сағылдырған иң мөһим атрибуттарының береһе.

Спортсыларҙың олимпия анты

undefined

Олимпия анты тексын 1913 йылда Пьер де Кубертен яҙа, ул Халыҡ-ара олимпия комитетына (МОК) Боронғо Грециялағы Олимпия уйындарында ҡабул ителгән олимпия анты ритуалын тергеҙеүҙе тәҡдим итә (Олимпия стадионында Зевс алтары эргәһендәге хөрмәтләү анты).

Спортсыларҙың олимпия анты тексы:

От имени всех спортсменов я обещаю, что мы будем участвовать в этих Олимпийских играх, уважая и соблюдая правила, по которым они проводятся, в истинно спортивном духе, во славу спорта и во имя чести своих команд.

Олимпия антын беренсе тапҡыр 1920 йылғы Олимпия уйындарында Бельгия спортсыһы Виктор Бойн иғлан итә[1]. Олимпия хартияһына ярашлы, олимпия антын сираттағы Олимпия уйындары үткәрелгән илдең спортсыһы, олимпия стадионы яланында, үҙ иленең байрағы янында ҡуйылған трибунанан бирә. Олимпия антын әйтеү хөрмәтен Милли олимпия комитеты тарафынан, ҡағиҙә булараҡ, күренекле спортсыларҙың береһенә бирелә.

Судьяларҙың олимпия анты

1968 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты СССР Олимпия комитеты тәҡдиме буйынса йәйге һәм ҡышҡы уйындарҙы асыу тантанаһына судьяларҙың Олимпия антын да индерә (Олимпия уйындары үткәрелгән илдең судьяһы спортсыларҙың Олимпия антынан һуң әйтә).

Судьяларҙың олимпия анты тексы:

От имени всех судей и официальных лиц я обещаю, что мы будем выполнять наши обязанности на этих Олимпийских играх с полной беспристрастностью, уважая и соблюдая правила, по которым они проводятся, в истинно спортивном духе.

Тренерҙарҙың олимпия анты

2010 йылда йәйге йәштәр уйындарынан алып әйтелә.

От имени всех тренеров и остальных людей из окружения спортсменов я обещаю, что мы будем вести себя так, чтобы поддерживать спортивный дух и честную игру, в соответствии с основными принципами олимпийского движения.[2]

Ант биреүселәр исемлеге

Йәйге Олимпия уйындары

Йыл Спортсы Спорт төрө Судья Тренер
1920 Бельгия Виктор Буан Фехтование, Һыу полоһы
1924 Франция Жорж Андре Еңел атлетика
1928 Нидерланд Харри Денис Футбол
1932 АҠШ флагы Джордж Кэлнен Фехтование
1936 Красный флаг, в центре которого находится белый круг с чёрной свастикой Рудольф Измайр Ауыр атлетика
1948 Бөйөк Британия флагы Дональд Финлей Еңел атлетика
1952 Flag of Finland.svg Хейкки Саволайнен Спорт гимнастикаһы
1956 Флаг Австралии Джон Лэнди
Швеция флагы Анри Сен-Сир (1)
Еңел атлетика
Ат спорты
1960 Италия флагы Адольфо Консолини Еңел атлетика
1964 Япония флагы Такаси Оно Спорт гимнастикаһы
1968 Мексика флагы Пабло Гарридо Еңел атлетика
1972 Германия флагы Хайди Шюллер (2) Еңел атлетика Хайнц Полле
1976 Канада флагы Пьер Сен-Жан Ауыр атлетика Морис Фоже
1980 СССР флагы Николай Андрианов Спорт гимнастикаһы Александр Медведь
1984 АҠШ флагы Эдвин Мозес Еңел атлетика Шэрон Уэбер
1988 Корея Республикаһы флагы Хǒ Джэ
Корея Республикаһы флагы Сон Мина
Баскетбол
Гандбол
Ли Ханънэ (이학래)
1992 Испания Луис Доресте Елкән спорты Эугени Асенсио
1996 Америка Ҡушма Штаттары Тереза Эдвардс Баскетбол Хоби Биллинглси
2000 Флаг Австралии Речелл Хоукс Үләндә хоккей Питер Керр
2004 Греция Зои Димосхаки Йөҙөү Лазарос Вореадис
2008 Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Чжан Инин Өҫтәл теннисы Хуан Липин
2012 Бөйөк Британия Сара Стивенсон Тхэквондо Мик Бэйси Эрик Фаррелл
2016 Бразилия Роберт Шейдт Елкән спорты Мартиньо Нобре Адриана Сантос

(1)Ат спорты ярыштары үткән Стокгольмда.

(2)Йәйге уйындарҙа Олимпия антын тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ бирә.

Ҡышҡы Олимпия уйындары

Йыл Спортсы Спорт төрө Судья Тренер
1924 Франция флагы Камиль Мандрийон Тау саңғыһы спорты
1928 Швейцария Ханс Айденбенц Тау саңғыһы спорты
1932 АҠШ флагы Джек Ши Конькиҙа йүгереү спорты
1936 Красный флаг, в центре которого находится белый круг с чёрной свастикой Вильгельм Богнер Саңғы ике бәйгеһе
1948 Швейцария Биби Торриани Шайбалы хоккей
1952 Норвегия Турбьёрн Фалькангер Трамплиндан һикереү
1956 Италия флагы Джулиана Кеналь-Минуццо (1) Тау саңғыһы спорты
1960 АҠШ флагы Кэрол Хейсс Фигуралы шыуыу
1964 Австрия Пауль Асте Бобслей
1968 Франция флагы Лео Лакруа Тау саңғыһы спорты
1972 Япония флагы Кэити Судзуки Конькиҙа йүгереү спорты Фумио Асаки
1976 Австрия Вернер Делле-Карт Бобслей Вилли Кёстингер
1980 Америка Ҡушма Штаттары Эрик Хайден Конькиҙа йүгереү спорты Терри Макдермотт
1984 Югославия Боян Крижай Тау саңғыһы спорты Драган Перович
1988 Канада Пьер Харви Саңғы ярыштары Сьюзан Морроу-Фрэнсис
1992 Франция Сурия Бонали Фигуралы шыуыу Пьер Борна
1994 Норвегия Вегард Ульванг Саңғы ярыштары Кари Коринг
1998 Япония Кэндзи Огивара Саңғы ике бәйгеһе Дзюнко Хирамацу
2002 Америка Ҡушма Штаттары Джимми Ши (2) Скелетон Аллен Чёрч
2006 Италия Джорджо Рокка Тау саңғыһы спорты Фабио Бьянкетти
2010 Канада Хейли Уикенхайзер Шайбалы хоккей Мишель Верро
2014 Рәсәй Федерацияһы Руслан Захаров Шорт-трек Вячеслав Веденин Анастасия Попкова
2018 Корея Республикаһы Мо Тхэ Бом Конькиҙа йүгереү спорты Ким У Сик Пак Ки Хо
  • (1) Ҡышҡы уйындарҙа тәүге тапҡыр Олимпия антын ҡатын-ҡыҙ бирә.
  • (2) Олимпия чемпионы (2002) скелетонсы Джимми Ши — ике тапҡыр олимпия чемпионы (1932) конькиҙа йүгереүсе Джек Шиҙың ейәне, 1932 йылғы ҡышҡы уйындарҙа Олимпия антын биреүсе

Иҫкәрмәләр

  1. Olympic oath (Antwerp 1920) (ингл.). www.olympic.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2015. Архивировано 14 май 2015 года.
  2. Factsheet: Opening Ceremony of the Games of the Olympiad (PDF). International Olympic Committee (июнь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2012. Архивировано 5 август 2012 года.

Категориялар