1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында елкән спорты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Елкән спорты
1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында
Sailing pictogram.svg
470
Осоусы голландец
Финн
Солинг
Звёздный
Торнадо

1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында елкән спорты (рус. Парусный спорт на летних Олимпийских играх 1980) буйынса ярыштар алты дисциплинала үткәрелә. Ярыштар Балтик диңгеҙенең Таллин ҡултығы буйында урынлашҡан Пирита районының Олимпия елкән спорты үҙәгендә 1980 йылдың 21 — 29 июлендә уҙа.

Бразилиялылар ғына 2 алтын миҙал яулай. Был Бразилия өсөн 1956 йылдан алып спорттың бөтә төрҙәре буйынса тәүге алтын миҙал.

Совет яхтасыһы Валентин Манкин — тарихта елкән спортының өс төрлө класында Олимпия алтын наградаларын яулаған беренсе спортсы (1968 йылда «Финн», 1972 йылда «Темпест» кластарында алтын миҙал). Олимпиа тарихында СССР йыйылма командаһы елкән спортында 4 алтын миҙал яулай, һәм уларҙың береһендә генә Манкин ҡатнашмай.

Таллиндың Олимпия объекттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XXII Олимпия уйындары өсөн түбәндәге объекттар төҙөлә[1]:

  • Пирита йылғаһы тамағында Таллин олимпия елкән спорты үҙәге, дөйөм майҙаны 193 000 м². Ул үҙ эсенә йылға һәм диңгеҙ порттарын, яхта, слип, эллинг өсөн причалдарҙы, оҫтаханаларҙы, матбуғат үҙәген, 632 урынлыҡ ҡунаҡхананы ала.
  • 314 метр бейеклектәге телебашня
  • Баш почтамттың яңы бинаһы
  • Таллин аэропортының яңы бинаһы, осоу-ултырыу һыҙаты киңәйтелә
  • 28 ҡатлы «Олимпия» ҡунаҡханаһы,
  • Ленин исемендәге мәҙәниәт һәм спорт һарайы
  • Өлөшләтә Таллин-Пярну-Рига шоссеһы реконструкциялана.

Яхталар класы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Миҙал яулаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Финн класында чемпион Эско Рекхардт (уңда) һәм 15-се урынды биләгән румын Бутукару
Манкин (һулда) һәм Музыченко 1980 йылда
Яхталар класы Алтын Көмөш Бронза
470
ике урынлы швертбот
Бразилия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бразилия
Маркос Соарес
Эдуардо Пенидо
ГДР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ГДР
Йорн Боровски
Эгберт Свенссон
Финляндия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Финляндия
Йоуко Линдгрен
Георг Тальберг
Осоусы голландец
ике урынлы швертбот
Испания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Испания
Алехандро Абаскаль Гарсия
Мигель Ногер Кастелльви
Ирландия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Ирландия
Дэвид Уилкинс
Джеймс Уилкинсон
Венгрия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия
Сабольч Детре
Жолт Детре
Финн
бер урынлы швертбот
Флаг, использовавшийся страной на Играх Эско Рекхардт
Финляндия
Флаг, использовавшийся страной на Играх Вольфганг Майрхофер
Австрия
Флаг, использовавшийся страной на Играх Андрей Балашов
СССР
Солинг
килле яхта
Дания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Дания
Вальдемар Бандоловски
Эрик Хансен
Поуль Хёй Йенсен
СССР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында СССР
Борис Будников
Александр Будников
Николай Поляков
Греция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Греция
Анастасиос Будурис
Анастасиос Гаврилис
Аристидис Рапанакис
Звёздный
ике урынлы килле яхта
СССР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында СССР (1980)
Валентин Манкин
Александр Музыченко
Австрия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австрия
Хуберт Раудашль
Карл Ферстль
Италия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия
Джорджо Горла
Альфио Перабони
Торнадо
ике урынлы катамаран
Бразилия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бразилия
Ларс Сигурд Бьоркстрём
Алешандре Велтер
Дания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Дания
Петер Дуэ
Пер Кьергорд
Швеция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швеция
Йёран Марстрём
Йорген Рагнарссон

Илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ил Алтын Көмөш Бронза Миҙалдар
1 Бразилия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Бразилия 2 0 0 2
2 СССР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында СССР 1 1 1 3
3 Дания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Дания 1 1 0 2
4 Финляндия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Финляндия 1 0 1 2
5 Испания 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Испания 1 0 0 1
6 Австрия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Австрия 0 2 0 2
7 ГДР 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында ГДР 0 1 0 1
Ирландия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Ирландия 0 1 0 1
9 Греция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Греция 0 0 1 1
Венгрия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Венгрия 0 0 1 1
Италия 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Италия 0 0 1 1
Швеция 1980 йылғы йәйге Олимпия уйындарында Швеция 0 0 1 1

Судьялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Талисман[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Images.png Тышҡы һүрәттәр
Image-silk.png Тюленёнок Вигри и Олимпийский Мишка

Олимпия уйындары тарихында тәүге тапҡыр айырым спорт төрөндә махсус олимпия талисманы — тюлень балаһы Вигри һайлана.

Олимпия регатаһы филателияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Олимпия регатаһын 1980 йылдың 20 июлендә тантаналы рәүештә Олимпиада-80 Ойоштороу комитеты вице-президенты Арнольд Грен аса. Халыҡ-ара олимпия комитеты исеменән Гуннар Эриксон сығыш яһаны[2]. Олимпия утын Эстонияның буесылар династияһы вәкиле 17 йәшлек Вайко Вооремаа ҡабыҙа[3][4][5]. Таллинға олимпия регатаһын ябыуға Халыҡ-ара олимпия комитеты президенты Лорд Килланин һәм буласаҡ президент Хуан Антонио Самаранч килә[6].
  • «Финн» пластик швертботтары бөтәһе лә Таллиндың эксперименталь спорт суднолар эшләү верфинда етештерелә[7] һәм йәрәбә буйынса спортсылар араһында таратыла.[2].
  • «Торнадо» катамарандар класында Олимпиадала иң оло йәштәге ҡатнашыусы — 70 йәшлек болгар яхтасыһы Красимир Крыстев (1910 йылдың 10 ғинуарында тыуған) шкотсы сифатында сығыш яһай[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Таллин накануне Олимпиады (DJVU). "Катера и яхты", вып. 3(085), 1980 (1980). Дата обращения: 9 октябрь 2016. Архивировано 28 сентябрь 2018 года.
  2. 2,0 2,1 Олимпийская регата в Таллине. Наш репортаж (DJVU). "Катера и яхты", вып. 5(087), 1980 (1980). Дата обращения: 9 октябрь 2016. Архивировано 28 сентябрь 2018 года.
  3. Kollane. 35 лет назад в Таллинне началась олимпийская регата (архивное видео). stena.ee (20 июль 2015). Дата обращения: 5 октябрь 2016. Архивировано 9 октябрь 2016 года.
  4. 40 years since the beginning of the Olympic sailing regatta in Tallinn (ингл.). www.eok.ee. Эстонский олимпийский комитет (20 июль 2020). Дата обращения: 26 июль 2020. Архивировано 26 июль 2020 года.
  5. Вооремаа признался, что не понял, почему его выбрали для зажжения огня Игр-80 в Таллине . ТАСС. 3 августа 2020 года.
  6. Борисов, 2018, с. 202—210
  7. Гусев В. П./Верфь — поставщик Олимпиады. «Катера и яхты», вып. 84, 1980, с. 6—7 Архивная копия от 4 ғинуар 2017 на Wayback Machine.
  8. Красимир Крыстев, профиль на сайте олимпийской статистики sports-reference.com Архивная копия от 1 февраль 2009 на Wayback Machine.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Борисов С. Ю. 300 лет (1718-2018). История парусного спорта России. — М.: Аякс-пресс, 2018. — 272 с. — ISBN 978-5-94161-828-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]