Опава

Опава (чех. Opava [ˈopava], пол. Opawa, сил. Uopawa), Троппау (нем. Troppau, һ. б.пол. Tropawa, сил. Tropp) — Чехияла статуслы ҡала. Моравскосилез крайы территорияһында, Опава йылғаһыны ике яҡ ярында (Одра йылғаһының ҡушылдығы) урынлашҡан. Шул уҡ исемле райондың административ үҙәге.

Халҡы — 57,8 мең кеше (2014). Майҙаны — 90,6 км² тәшкил итә.

Тарихы

Опаваға 1224 йылда нигеҙ һалына. Опава кенәзлегенең үҙәге (1348 йылдан чех короле хакимлығы аҫтында була) һәм чех Силезияһының баш ҡалаһы була. 1820 йылда бында Троппаус конгресы үтә.

Опава йылғаһы буйында торған боронғо ауылдың (X б.) Балтик диңгеҙенән алып Адриатик диңгеҙ юлында ятҡан географик уңайлылығын халҡы юғары баһалаған. Һуңыраҡ бында эре сауҙа үҙәге барлыҡҡа килә, уны Опава йылғаһы исеме менән атайҙар, шулай уҡ сауҙа йорттары, складтар, сауҙагәрҙәр йорттары барлыҡҡа килә.

Иҡтисады

Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү, аҙыҡ-түлек, текстиль сәнәғәте.

Иҫтәлекле урындары

  • Готик стилдә Успения Девы Мария костёлы (XIV б.)
  • Изге Вацлав костёлы
  • Минорит монастыры (XIII быуатта нигеҙ һалынған)
  • Урта быуат базиликаһы
  • Балалар (пионер) тимер юлы

Туғандаш ҡалалар

Билдәле кешеләре

  • Адлер Август (1863—1923) — Австрия һәм Чехия математигы.
  • Мартин Опавский — йылъяҙмасы.
  • Йозеф Мария Ольбрих (18671908) — Австрия архитекторы, модерн оҫтаһы
  • Джой Адамсон — натуралист
  • Иоганн Пализа (18481925) — Австрия астрономы.
  • Эдуард фон Бём-Эрмоли (18561941) — Австрия хәрби етәксеһе, фельдмаршал.
  • Антон Шлоссар (18491942) — немец яҙыусыһы.

Опава астрономияла

Опава исеме менән Опавия астероиды (255) аталған, ул 1886 йылдың 31 мартында австрия астрономы Опавала тыуған Пализа Иоганн тарафынан Вена обсерваторияһында асылған.

Һылтанмалар

opava-city.cz — города Опава рәсми сайты

Категориялар