Травницкий Вениамин Николаевич
Травницкий Вениамин Николаевич (18 октябрь 1919 йыл — 18 апрель 1987 йыл) — инженер‑нефтсе. 1955—1979 йылдарҙа «Аксаковнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры һәм начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған һәм СССР-ҙың почётлы (1972) нефтсеһе. Октябрь Революцияһы (1974), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены (1959, 1971) кавалеры.
Бәләбәй, Дим, Раевка, Сатай, Шкапов һәм башҡа нефть ятҡылыҡтарын эшләүҙе ойоштороусы.
Биографияһы
Вениамин Николаевич Травницкий 1919 йылдың 18 октябрендә хәҙерге Түбәнге Новгород өлкәһенең Ризоватово ауылында тыуа. Мәскәү нефть институтынан (1943) нефть промыслаһы ҡорамалдары буйынса «инженер-механик» һөнәре алып сыға.
1943—1951 йылдарҙа — «Ишембайнефть» тресының инженеры, өлкән инженеры, бүлек начальнигы; 1951—1955 йылдарҙа — Ҡарғалы нефть промыслаһы директоры, «Башнефть» производство берекмәһенең бүлек начальнигы ; 1955—1979 йылдарҙа — «Аксаковнефть» НГДУ-һының баш инженеры, начальнигы.
Нефть табыуҙа яңы техника һәм технологиялар индереү, 10 нефть ятҡылығын йыһазландырыу һәм эшкәртеүгә индереү менән шөғөлләнә. Уның етәкселегендәге нефть һәм газ ятҡылыҡтарында нефть һәм газды герметизациялап йыйыу ысулына күсеү тормошҡа ашырыла. Телемеханиканың ЧТ-БЭН, ЧТ 2К һәм ТМ-600М системаларын һынай һәм ҡулланылышҡа индерә. Нефть эмульсияһын тарҡатыу өсөн аппарат эшләй һәм уны производствоға индерә. 12 уйлап табыуға автор таныҡлығы бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе
• СССР-ҙың почетлы нефтсеһе (1972)
• Октябрь Революцияһы ордены (1974)
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
• ике «Почёт Билдәһе» ордены (1959, 1971).
Хәтер
- Бәләбәй ҡалаһында В. Н. Травниций исемендәге урам бар.
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. ТРАВНИЦКИЙ Вениамин Николаевич (Тикшерелеү көнө: 17 октябрь 2024)
• Профессионалы нефтегазовой отрасли. — М., 1996. — C. 457—458.
• НГДУ «Аксаковнефть».