Мусин Вара Ҡәниф улы
Мусин Вара (Вәрә) Ҡәниф улы (рус. Мусин Вара Канифович; 1 март 1922 йыл—29 апрель 2001 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышында һәм Еңеү Парадында ҡатнашыусы.1956—1959 йылдарҙа Мәсетле районының «Ленин юлы» колхозы рәйесе, 1974—1982 йылдарҙа ошо уҡ райондың «Комсомолец» колхозы агрономы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Биографияһы
Мусин Вара (Вәрә) Ҡәниф улы 1922 йылдың 1 мартында хәҙерге Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаиләлә 5 малай һәм 1 ҡыҙ була. Вәрә Ҡәниф улы Дыуан-Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң Дыуан ауыл хужалығы техникумына агроном һөнәре буйынса уҡырға инә. 1939 йылда хеҙмәт юлын хәҙерге Учалы районының «Байрамғол» совхозында башлай. 1940 йылда армияға саҡырыла. Амур өлкәһенең Завитая станцияһында 121-се танк бригадаһында механик-водитель, аҙаҡ 1-се танк бригадаһы командиры булып хеҙмәт итә.
1941 йылдың 22 июнендә төндә 121-се танк бригадаһы ашығыс рәүештә хәрби эшелон менән көнбайышҡа, хәрәкәт итеүсе армияға Брянск фронты командующийы ҡарамағына оҙатыла[1]. Наро-Фоминскиҙа[2] улар ялға туҡтай, һәм шунда уҡ фашистарға ҡаршы көсөргәнешле танк һуғышы башлана. Был һуғышта бик күп кеше һәләк була. Уларҙың бригадаһын яңы танкылар менән тулыландыралар, иҫән ҡалған танкистар, шул иҫәптән Мусин Варя Ҡәниф улы ла яңы танкыға ултырта, Смоленск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша[3].
1942 йылда Мусин бригадаһы Ворошиловградҡа, хәҙерге Луганск ҡалаһына ебәрелә. Һуңынан Мусин Брянск һәм Курск ҡалалары өсөн алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың мартында, Харьков ҡалаһын азат иткәндә, дошман снаряды Мусин Вара идара иткән танкыға эләгә. Ул һәм танк командиры ҡаты яралана, экипаждың өсөнсө ағзаһы һәләк була. Яраланған һәм контузия алған Вәрә Ҡәниф улы командирҙы янған танкынан сығарып, хәүефһеҙ урынға һөйрәп илтә. Ошо мәлдә танк шартлай. Мусин ауыр контузия ала. Дошман пулемёты уты аҫтында килеп еткән хеҙмәттәштәре уны һәм командирҙы яу яланынан алып сыға. Вәрә Мусин 1943 йылдың апреленә тиклем госпиталдә дауалана. Һауыҡҡандан һуң уны Мәскәүгә бронетанк бригадаһы үҙәгенә ебәрәләр. Бында яңы ойошторолған 144-се танк бригадаһында (Сталин ҡарамағындағы резерв танк бригадаһы) хеҙмәт итә башлай. Танкистар әҙерләүҙә ҡатнаша. Һаҡсылар составында бер нисә тапҡыр юғары хәрби начальниктарҙы оҙатып йөрөй.1945 йылдың 24 июнендә ул мотоциклсылар батальоны составында Еңеү Парадында ҡатнаша[3].
Һуғыштан һуң
Һуғыштан һуң 1946—1951 йылдарҙа Мәсетле районы МТС-ында агроном булып эшләй. 1951—1956 йылдарҙа — Нуриман исемендәге колхозда агроном[3].
1956—1959 йылдарҙа Мәсетле районының «Ленин юлы» колхозы рәйесе, ә 1959—1964 йылдарҙа шул уҡ райондың «Комсомолец» колхозы агрономы. 1964—1966 йылдарҙа — Ҡыйғы районында агроном[3].
1966—1974 йылдарҙа Аҡҡын ауылында Мәсетле мал һимертеү совхозының «Заготскот» бүлексәһе идарасыһы.
1974—1982 йылдарҙа Мәсетле районының «Комсомолец» колхозында орлоҡсолоҡ буйынса агроном булып эшләй[3].
Ғаиләһе
Тормош иптәше Мусина Минленур Байрам ҡыҙы менән балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп үҫтерә. Ветеран 2001 йылдың 29 апрелендә вафат була[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ 121-я танковая бригада, Танковый фронт. 23 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында Мәскәү тимер юлының Киев йүнәлешендәге тимер юл станцияһы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Хаматуллин Р.. Мусин Вара Канифович, Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министрлығы (5 апрель 2021). 23 февраль 2025 тикшерелгән.