Елисеев Федот Васильевич

Федот Васильевич Елисеев (1915 йылдың 1 марты, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы2004 йылдың 21 майы, Ҡурған) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1955 йылдан — Ҡурған ҡалаһы, 1963−1966 йылдарҙа Ҡурған ҡалаһының Октябрь районы хәрби комиссары. Советтар Союзы Геройы (1943).

Биографияһы

Елисеев Федот Васильевич 1915 йылдың 1 мартында Рәсәй империяһы Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Елисеевка ауылы (Мудровка) (хәҙер юҡ, Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Пугачёв ауыл советына ҡараған биләмәлә булған) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы — умарталыҡ хужаһы, ғиләлә биш бала булған: Федот (1915—2004), Николай (1919—2014), Павел, Владимир һәм Клавдия.

Тулы булмаған урта белем ала, 1930 йылда «Ирекмән» колхозына эшкә инә. 1934 йылда Федот Елисеев ауылдаштар йыйылышында Хитровка ауылында асылған магазинға һатыусы булып һайлана. 1935 йылда колхоз рәйесе Авдонкин малсылыҡ фермаһы мөдире вазифаһын башҡарыуға күсергә өгөтләй.

19351938 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһында хеҙмәттә була, уны СССР Эске эштәр халыҡ комиссариатының пехота часында үтә. Сержанттар мәктәбен тамамлай. 1938 йылда запасҡа (рус.)баш. сығарылғандан һуң, ОСОАВИАХИМ-дың Фёдоровка район советын етәкләй[1].

1939 йылдан ВКП(б), 1952 йылдан — КПСС ағзаһы.

1939 йылда Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында кесе лейтенанттар курсында уҡый.

1940 йылда ҡабаттан армияға саҡырыла. Уҡыу курсын тамамлағандан һуң кесе лейтенант званиеһында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән ауылына 717-се уҡсылар полкы ҡарамағына взвод командиры итеп ебәрелә.

1941 йылда уҡсылар ротаһы командиры итеп тәғәйенләнә һәм Белорус ССР-ының хәрби учениеға (рус.)баш. ебәрелә. Эшелондан төшкәндә хәрби часть фашист бомбалары аҫтына эләгә, 25 июндә немецтар менән ҡул һуғышына инә; Елисеевтың ротаһы дошман подразделениеһын ҡасырға мәжбүр итә. Артабанғы хәрби бәрелештәрҙән һуң ротаға сигенергә, өс тапҡыр ҡамауҙан сығырға тура килә. 29 июлдә Елисеев яралана һәм госпиталдә дауаланырға ебәрелә.

1943 йылда пехотаның команда составын камиллаштырыу буйынса «Выстрел» Юғары атыу-тактика курстарын тамамлай. 1943 йылдың июленә гвардия капитаны Федот Елисеев Үҙәк фронттың 13-сө армияһы 70-се гвардия уҡсылар полкының 205-се гвардия уҡсылар дивизияһы батальоны менән командалыҡ итә[2].

1943 йылдың 6—10 июлендә немец танк подразделениеларының бер нисә тиҫтә һөжүмен кире ҡағып, батальон Орел-Курск йүнәлешендә оборона тота. 1943 йылдың 2021 сентябрендә Федот Елисеев батальоны Украина ССР-ы Чернобыль районының Домантово ауылы районында Днепр аша сыға, уның уң яҡ ярында плацдармды баҫып ала һәм тота. Шул алыштарҙа батальон дошмандың 700 самаһы һалдатын һәм офицерын юҡ итә һәм ҙур трофейҙар (рус.)баш. ҡулға төшөрә[2].

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрендәге Указы менән «батальон менән оҫта командалыҡ иткәне, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн» гвардия капитаны Федот Елисеевҡа Ленин ордены һәм 1810 номеры менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» тигән юғары исем бирелә[2].

Совет-япон һуғышында Байкал аръяғы фронтының 52-се гвардия уҡсылар полкы командиры вазифаһында ҡатнаша.

1945 йылда М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияның тиҙләтелгән курсын тамамлай һәм Ҡытайға ебәрелә, унда СССР арендаһындағы иркен ҡытай порты статусына эйә булған Дальнийҙа урынлашҡан 17-се пулемёт-артиллерия полкы менән командалыҡ итә[3].

1952 йылдан Ҡурған ҡалаһында хәрби комиссар, ҡала комиссариаты бөтөрөлгәндән һуң, 1963—1967 йылдарҙа — Ҡурған ҡалаһының Октябрь районы хәрби комиссары булып хеҙмәт итә.

undefined

1967 йылда полковник званиеһында Елисеев запасҡа сыға. Ҡурғанда йәшәй, йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙә ҙур йәмәғәт эше алып бара.

Елисеев Федот Васильевич 2004 йылдың 21 майында вафат була, Ҡурған ҡалаһы Яңы Рябковский зыяратының үҙәк аллеяһында ерләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Советтар Союзы Геройы, 16 октябрь 1943 йыл
  • Ленин ордены
  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы № 1810
  • Александр Невский ордены, 1 октябрь 1943 йыл[2]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 6 апрель 1985 йыл[2]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, 22 май 1944 йыл[2]
  • Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, 1943 йыл 4 август[2]
  • миҙалдар, шул иҫәптән:
  • «1941—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, 10 октябрь 1945 йыл
  • ике «Ҡытай—СССР дуҫлығы» миҙалы, был миҙалдың беренсеһен Чжоу Эньлай тапшыра.
  • Ҡурған өлкәһенең почетлы гражданы 29 ғинуар 2003 йыл.
  • Ҡурғандың почетлы гражданы 1995 йыл.

Хәтер

  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Федот Васильевич Елисеевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Фёдоровка районы муниципаль (рус.)баш. районы Юрматы ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһына бирелә[4][5].
  • Ҡурған ҡалаһының Заозерный торлаҡ массивының 16-сы микрорайонындағы урамға 2018 йылдың апрелендә Федот Елисеев исеме бирелгән[6][7].
  • Ф. В. Елисеевҡа Ҡурған ҡалаһында М. Горький урамындағы 1979 йылдан 2004 йылға тиклем ул йәшәгән 127-се йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
  • Советтар Союзы Геройы Ф. В. Елисеев исемендәге баҡсасыларҙың коммерция булмаған ширҡәте Ҡурған ҡалаһының Рябково районында урынлашҡан.
  • Советтар Союзы Геройы Федот Елисеев иҫтәлегенә баскетбол буйынса турнир үткәрелә.

Ғаиләһе

Елисеев Федот Васильевич өйләнгән, ике ул тәрбиәләгән.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Правительство Курганской области. Елисеев Федот Васильевич. Сайт «Лица Зауралья» (2011—2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  2. 1 2 3 4 5 6 7 Уфаркин Николай Васильевич. Елисеев Федот Васильевич. Международный патриотический интернет проект «Герои Страны». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  3. Елисеев Федот Васильевич — Муниципальное образование город Курган (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2026)
  4. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  5. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. (рус.)
  6. Александр Алпаткин. В Кургане появится улица героя Советского Союза Федота Елисеева. Газета «Курган и курганцы» от 19.04.2018. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. Архивировано 12 апрель 2020 года.
  7. 19.04.2018. Одну из улиц Кургана назвали в честь Героя Советского Союза Федота Елисеева. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ғинуар 2026. Архивировано 12 апрель 2020 года.

Әҙәбиәт

  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Золотые Звёзды курганцев. Челябинск, 1975.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 3. Уфа, 1968.
  • Сыны Отчизны. Уфа, 1981.

Категориялар