Редреев Владимир Андриянович

Редреев Владимир Андриянович (1 март 1955 йыл) — педагог-ғалим, спортсы, тренер, спорт судьяһы, йәмәғәтсе. 1985—2001 йылдарҙа Силәбе дәүләт физик культура институты һәм хәҙерге Урал дәүләт физик культура университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан — физик культура менән идара итеү кафедраһы мөдире, 2000—2001 йылдарҙа — проректор. Педагогия фәндәре кандидаты (1999), доцент (1998). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002), СССР-ҙың спорт мастеры (1978), республика категорияһындағы судья (1982), юғары категориялы тренер. Силәбе өлкәһенең Спорт ориентирлашыуы федерацияһының вице-президенты.

Биографияһы

Владимир Андриянович Редреев 1955 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының[2] Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай ауылында тыуған[3].

1972 йылда урындағы урта мәктәпте, 1979 йылда Силәбе дәүләт физик культура институтын тамамлаған[4]. Саҡырыу буйынса Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә булған[3]. Отставкалағы капитан.

Саңғыла ярышыу, еңел атлетика, волейбол, биатлон, 1968 йылданспорт ориентирлашыуы менән шөғөлләнә. Студенттарҙың «Буревестник» ирекле спорт йәмғиәтенең Үҙәк советы чемпионы (1978), «Спартак» ирекле спорт йәмғиәте призеры (1980, 1981), спорт ориентирлашыуы буйынса СССР чемпионаттарында ҡатнашыусы (1980, 1981)[4].

1978 йылдан тренерлыҡ эшендә[4].

1979 йылдан — «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең Силәбе өлкә советы тренеры[3].

1980 йылданСиләбе ҡала торлаҡ идаралығының физик культура буйынса инструкторы[3], 1982 йылдан ҡала спорт комитеты инструкторы[4].

1985 йылдан — Силәбе дәүләт физик культура институты һәм хәҙерге Урал дәүләт физик культура университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән өлкән уҡытыусы, йәйге спорт төрҙәре факультеты деканы урынбаҫары була, 1998 йылдан — физик культура менән идара итеү кафедраһы мөдире, 20002001 йылдарҙа — проректор[5].

1999 йылда, «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә дәғәүә итеп, диссертация яҡлай[6], 1998 йылдан — доцент.

2001 йылдан Силәбе өлкәһенең Физик культура, спорт һәм туризм буйынса Комитет рәйесе урынбаҫары[4], артабан — Урал дәүләт физик культура университеты уҡытыусыһы[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Спорт ориентирлашыуы федерацияһының Силәбе ҡала советы рәйесе (1978—1993)
• Силәбе өлкәһе спорт ориентирлашыуы федерацияһының вице-президенты

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2002)
• СССР-ҙың спорт мастеры (1978)
• Республика категорияһындағы судья (1982)
• Юғары категориялы тренер

Иҫкәрмәләр

  1. http://chel-portal.ru/enc/Redreev_Vladimir_Andrianovich
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
  3. 1 2 3 4 Белокатайский район история и современность.pdf / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1.  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
  4. 1 2 3 4 5 Портал Челябинской области. Редреев Владимир Андрианович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
  5. 1 2 Министерство спорта Российской Федерации. Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего образования «Уральский государственный университет физической культуры». Официальный сайт. Редреев Владимир Андриянович  (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
  6. disserCat — электронная библиотека диссертаций: «Педагогическая технология обучения высококвалифицированных спортсменов принятию решений в спортивном ориентировании» — тема диссертации и автореферата по ВАК РФ 13.00.04, кандидат педагогических наук Редреев, Владимир Андриянович (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)